Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Ноябрь 2019, 13:53

Табиптарҙы районда көтәбеҙ

Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты.

Бөгөн беҙҙең районға 14 белгеслек буйынса 17 табип кәрәк. Район етәкселегенең буласаҡ табиптар менән бындай осрашыуҙары - дауалау-профилактика ойошмаларына белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле сараларҙың береһе.

Бөгөн БДМУ-ла Әлшәйҙән 110 студент белем ала. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Зыязетдинов уларҙы социаль ярҙам саралары һәм медицина учреждениеларында эш шарттары менән таныштырҙы.

Беҙҙә халыҡҡа медицина ярҙамы район дауаханаһында, алты табиплыҡ амбулаторияһы һәм 39 фельдшер-акушерлыҡ пунктында күрһәтелә. Йәш белгестәргә өс йыл дауамында ай һайын окладтарына 5 процент өҫтәмә түләнә, коммуналь хеҙмәттәргә льготалар бирелә, торлаҡ наймы өсөн компенсация түләнә. Район хакимиәте һәм дауахана етәкселеге балалар баҡсаһына сиратһыҙ урын алыу, шәхси милеккә участкалар бүлеү, торлаҡ төҙөргә субсидиялар биреүҙә ярҙам итә. Йәш табиптарҙың шулай уҡ өҫтәмә белгеслектәр алыу мөмкинлеге лә бар.

Студенттар фекер алышыуҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап алды.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Читайте нас: