Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
11 Ноябрь 2019, 16:39

Ул дарыуханала эшләй

Һөйкөмлө һәм асыҡ йөҙлө ханым һәм грамоталы фармацевт Татьяна Викторовна Ишбаеваны районда күптәр яҡшы белә.

Раевка ауылы үҙәгендә бер йыл элек асылған дарыухананан кеше өҙөлмәй. Был нимә тураһында һөйләй? Әлбиттә, дарыухананың әлшәйҙәр араһында ҙур популярлыҡ яулауы тураһында. Эш буйынса район үҙәгенә килгән күп кенә кешеләр, мотлаҡ ошо дарыуханаға инеп, йорт аптечкаһын тулыландырыу хәстәрен күрә. Татьяна Викторовна килеүселәрҙе ихлас йылмайып ҡаршы ала. Дарыуханала эшләүсе кеше, тейешле белеменән тыш, һәр кемде ярты һүҙҙән аңларға, уларҙың һаулығы тураһында ҡайғыртырға тейеш. Хатта бындағы интерьер ҙа, грамоталы ҡуйылған витриналар ҙа йәнә бында килеү теләге уята.

Татьянаның үҙе эшләгән осорҙа даими клиенттары барлыҡҡа килде. Ул һәр кемде иғтибар менән тыңлап, дарыу һайлауҙа ярҙам итә, әгәр кәрәк булһа, табипҡа күренергә кәңәш итә. Татьянаның уңышлы эшләүенең тағы ла бер сере шунда, ул – яҡшы психолог та. Сөнки йыш ҡына уға яңғыҙ йәшәүсе оло йәштәгеләр килә, ул барыһын да тыңлап, күңелдәрен күтәреп ебәрә белә. Татьяна һүҙе менән дә, кәңәше менән дә ярҙам итәсәк, кешегә табыш алыу мөмкинлеге итеп ҡарарға түгел, ә унда һауығыуға өмөт уятырға тырышырға кәрәк, тип иҫәпләй ул.

Татьяна бөтә ассортиментты яҡшы белә, шунлыҡтан кәрәкле препаратты тиҙ табып бирә. Миҙгел ауырыуҙары осоронда БАД-тар (биологик актив өҫтәмә), витаминдар тәҡдим итә, уларҙың хаҡы тураһында белешмә бирә. Ул медицина препаратының ниндәй сиргә тәғәйенләнеүен, ҡабул итеү схемаһын аңлата, оҡшаш дарыуҙар тәҡдим итә.

Дарыуханаға килеүселәр уларҙың алдында ғәҙәти һатыусы ғына түгел, ә иңдәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәнгән дипломлы белгес тороуы тураһында уйламайҙыр ҙа әле. Уның эш девизы: Клиенттар тәҡдиме ихтыяж тыуҙыра”, шуға ла “Аптека.ru” ассортименты даими яңыртылып тора. Дарыуханаға заказ буйынса ла дарыуҙар ҡайтартыла. Фармацевтың вазифа бурыстары исемлеге ҙур, әммә Татьяна Викторовна кешеләргә ярҙам итеүҙе үҙ эшендә иң мөһиме тип иҫәпләй. “Хеҙмәтең кешеләргә файҙа килтерергә тейеш”, - ти ул.

Татьяна әйтеүенсә, дарыуханаға күберәк сирле кешеләр мөрәжәғәт итә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ҙа йыш ауырый. Шуға ла ул сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә.

Көсөргәнешле хеҙмәт көнө тамамланғандан һуң, Татьянаны йорт мәшәҡәттәре көтә. Ул – һөйөклө ҡатын һәм әсәй, хәстәрлекле ҡыҙ. Әммә бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт эштәрен үтәгәндә лә ул медицина журналдарын уҡып сығырға ваҡыт таба, сөнки уның һайлаған һөнәре белемде даими камиллаштырыуҙы талап итә, сөнки көн һайын тиерлек яңы препараттар сығарыла, ә фармацевт ярҙам һорап килгән кешегә түҙемлелек менән яңы дарыуҙар тураһында ентекләп аңлатырға тейеш. Бөгөнгө көн талабы бына шундай.

Светлана ЖУКОВСКАЯ.

Читайте нас: