Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
11 Ноябрь 2019, 12:49

Диспансерлаштырыу үтегеҙ

Ун айҙа районда 7640 кеше тикшерелде, уларҙың 4159-ы – ҡатын-ҡыҙҙар һәм 3481-е – ир-егеттәр.

Район халҡына диспансерлаштырыу үткәреү дауам итә, был сараның төп маҡсаты - инвалидлыҡҡа һәм үлемгә килтереүсе сәбәптәр булған хәүефле ауырыуҙарҙы иртә стадияһында асыҡлау.

Был бигерәк тә ҡан әйләнеше системаһы, йөрәктең ишемия ауырыуы, яман шеш һәм шәкәр диабеты кеүек ауырыуҙарға ҡағыла. Участка табибы юғарыла күрһәтелгән сирҙәрҙең үҫешен булдырмауға бәйле кәңәштәр бирәсәк. Диспансерлаштырыуға шулай уҡ аналыҡ муйынтығы һәм йыуан эсәк яман шешенә скринингтар ҙа инә.

Ун айҙа 7640 кеше тикшерелде, уларҙың 4159-ы – ҡатын-ҡыҙҙар һәм 3481-е – ир-егеттәр. 270 кеше кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, 263-өндә – һейҙек-енес юлы, 79 кешелә – эндокрин системаһы, 20-һендә - аҙыҡ эшкәртеү системаһы, 39 кешелә – нервы системаһы ауырыуҙары һәм 11 кешелә шәкәр диабеты асыҡланған. Шулай уҡ 15 яман шеш осрағы теркәлгән, шуларҙың 9-ында онкология һәм өс осраҡта үпкә туберкулезы диагнозы раҫланған.

Диспансерлаштырыу үтеү өсөн үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта поликлиника регистратураһына мөрәжәғәт итергә йәки [email protected] сайтында терапия участкалары, үҙ табибығыҙҙың һәм медицина профилактикаһы бүлексәһенең эш графигы тураһында мәғлүмәтте ҡарарға кәрәк. Поликлиниканың эш көндәрендә 8 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем, шәмбе 8 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем эшләй. Үҙегеҙ менән паспорт һәм страховка полисын алып килергә онотмағыҙ.

Әгәр быйыл медицина тикшереүҙәре үткән булһағыҙ, уны раҫлаусы документтарығыҙҙы алып килеп, диспансерлаштырыу үтер алдынан табипҡа күрһәтегеҙ.

Диспансерлаштырыуҙың беренсе этабы, ҡағиҙә булараҡ, дауаханаға ике тапҡыр барыуҙы талап итә. Тәүгеһенә 1-3 сәғәт ваҡыт китәсәк (тикшереүҙәр кешенең йәшенә ҡарап билдәләнә). Һуңғы этап 1-6 көндән һуң, тикшереү һөҙөмтәләре билдәле булғас, үткәрелә. Әгәр теге йәки был сир булыуына йәки йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына шик булған осраҡта терапевт һеҙгә был хаҡта хәбәр итә һәм икенсе этапҡа ебәрә. Диспансерлаштырыу үткән һәр гражданинға һаулыҡ паспорты бирелә, унда үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса төп һығымталар яҙыла.

РФ Федераль законының 24-се статьяһына ярашлы, эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәренә медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыу үтеү өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, айҙың һәр өсөнсө шәмбеһендә диспансерлаштырыу сиктәрендә поликлиникала сәғәт 8-ҙән 12 сәғәткә тиклем тикшереү үтергә мөмкин.

Медицина профилактикаһы бүлексәһе телефоны:8-927-35-35-303.

Л. ЖУКОВСКАЯ,

Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы бүлексәһе табибы.

Читайте нас: