-4 °С
Ҡар
Күптән түгел “Земство фельдшеры” программаһы буйынса эшләүсе йәш белгестең һөнәри эшмәкәрлегендә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Хәҙер Дим ауылы фельдшеры үҙ пациенттарын яңы медпунктта ҡабул итә. Ошо ауылдан Гизәр Нурмөхәмәт улы Фазлыевтың әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм ауылдаштары яҙмышына битараф булмауы һөҙөмтәһендә буш торған элекке мәктәп йәнә ишектәрен асты. Был бинаға хәҙер фельдшер-акушерлыҡ пункты күсерелде, мәҙәниәт йорто асылды. Бында ремонт эшләнгән, канализация үткәрелгән, һәр ерҙә яҡты, йылы һәм таҙа. Бер һүҙ менән әйткәндә, пациенттар ҙа шат, фельдшер ҙа ҡәнәғәт.