Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
23 Октябрь 2019, 17:13

Прививкаларҙың үлемгә килтереүе лә ихтимал

Йоғошло сирҙән һаҡланыу өсөн балаларыбыҙға прививка эшләткәндә һәр саҡ борсолабыҙ.

Сөнки төрлө сабый уны үҙенсә кисерә. Берәүҙәрҙә ул һиҙелмәй, икенселәр юғары температура менән ятырға мөмкин. Аллергия булып, тәне сабыртып сыҡҡандары да бар.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өҙлөгөүҙәргә килтереүсе ҡурҡыныс прививкалар булыуын билдәләгән. Хатта вакцина эшләтеп, 30 көн үткәндән һуң үлемгә килтергәндәре лә бар.
Улар – АКДС вакцинаһы, иммуноглобулин,төрлө сывороткалар, аллергендар, БЦЖ вакцинаһы.
Иммунитеты көсһөҙ, нервы системаһы зарарланған балаларға организм тулыһынса нығынмайынса тороп бөтөнләй прививка эшләтергә ярамай.


Фото: pixabay.com

Читайте нас: