Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Октябрь 2019, 17:06

Һәр кем үҙ һаулығы өсөн яуаплы

"Онкология сире килеп йәбешкәнсе, үҙеңдә уның тәүге билдәләрен "эҙләргә" кәрәк", – ти билдәле табип Мясников.

Ғәҙәттә, кеше үҙ һаулығы тураһында бары тик ауырый башлағас ҡына уйлана башлай. Табип Мясников яман шештең билдәләрен башланғыс стадияла уҡ асыҡларға өйрәтте. Ваҡытында сара күрелгән осраҡта хәҙерге медицина күп кенә сирҙәрҙе дауалауға һәләтле.



Доктор белдереүенсә, мәкерле, аҫтыртын сирҙең тәүге билдәләре:


1. Шешенеү, тәндең төрлө ерендә барлыҡҡа килгән төйөрҙәр, үҙгәрештәр.


2. Ашҡаҙан, эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолоуы.


3. Кесе һәм оло ярауҙы үтәгәндә ҡан күренеүе.


4. Оҙайлы йүтәл, тауыштың ҡарлығыуы, һыҙғырып сығыуы.


5. Миңдәрҙең үҫеүе, артыуы.


"Мәкерле яман шеш сире бер ҙә һиҙҙермәйсә, ауыртыуһыҙ-ниһеҙ генә килтереп бәрә. Уны башланған осоронда асыҡлау өсөн, юғарыла яҙылғандарға ҡолаҡ һалыуҙан тыш, үҙ организмыңды тыңлай белергә лә кәрәк, – ти Мясников. – Мәҫәлән, ҡысыныу, тән тиреһе кибеүе лә яман шештең баш ҡалҡыта башлауы тураһында һөйләргә мөмкин. Үҙеңдә ғәҙәти булмаған шундай билдәләр барлығын һиҙеү менән кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт ит”.


Фото: pixabay.com

Читайте нас: