- Ауырыуҙарҙы Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы “Сәләмәтлек үҙәге”, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы флюорографы, Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһының фельдшер-акушерлык пункты күсмә диагностика модулдәре базаһында ҡабул иттек, - ти район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы Любовь Жуковская. – Акция барышында Раевка табиптары: терапевт, онколог, кардиолог, хирург, уролог, гинеколог һәм офтальмолог консультацияһы алырға мөмкин ине. Ауыл халҡы УЗИ, ЭКГ, флюорография үтте, дөйөм һәм биохимик анализдар бирҙе.
Табиптар бөтәһе 769 пациентты ҡараны, 2305 тикшереү үткәрелде. 65 ауырыу асыҡланды, шул иҫәптән 27 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары хәүефе булғандар асыҡланды, 13 кешелә ҡандағы глюкоза кимәле юғары, 11 пациентта - яман шеш, дүрт кешелә туберкулез булыуға шик тыуҙы. Улар артабан тикшереүгә һәм дауаланыуға ебәрелде.
Раевка үҙәк район дауаханаһы хакимиәте исеменән ошо акцияны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән ауыл биләмәләре башлыҡтарына, мәктәп директорҙарына, етәкселәр Н. М. Әминевҡа (“Заря” йәмғиәте), П. Н. Мумберға (“Агросоюз” йәмғиәте), Г. Р. Рәжәповаға (“Г. Р. Рәжәпова”шәхси предприятиеһы) ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
фото/яндекс