Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән бер рәттән грипп та оҙаҡ көттөрмәҫ. Нисек эпидемияға ҡаршы торорға?
- Сентябрҙә, ғәҙәттә, киҫкен респираторлы вируслы ауырыуҙар көсәйә. Республикала грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар һанының эпидемик күтәрелеше декабрь-март айҙарында күҙәтелә, - ти Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина статистикаһы кабинеты мөдире, эпидемиолог Регина Йыһангирова. – Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, грипп өҙлөгөүҙәре менән бик хәүефле. Вакцина эшләтеү мәкерле ауырыуҙан иң һөҙөмтәле һаҡланыу ысулы булып тора.
Грипҡа ҡаршы прививка эшләтеү башланды. Быйыл районда 17490 кешегә, шул иҫәптән 4140 балаға вакцинация үткәреү планлаштырыла, тип билдәләне Регина Владимировна. Тәү сиратта мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ хәүеф төркөмөнә ингән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре, оло йәштәгеләр һәм хроник ауырыуҙар менән яфаланыусыларға прививка яһала.
- Хеҙмәткәрҙәре Милли прививкалар календарына ярашлы, мотлаҡ прививка яһатырға тейешле кешеләр исемлегенә эләкмәгән ойошмалар етәкселәренә ваҡытында вакцина һатып алыуға аҡса бүлергә һәм грипҡа ҡаршы вакцинациялау үткәрергә кәңәш итәбеҙ, - ти эпидемиолог.
Фото/Яндекс