Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясно
Сәләмәтлек
5 Сентября 2019, 12:25

Шәкәр сире янамаймы?

Ҡандағы глюкоза кимәле тәүлек әйләнәһенә үҙгәреп тора. Сөнки ул туранан-тура ашауға бәйле.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бынан тыш, ҡайҙан ҡан алыныуы ла мөһим : бармаҡтанмы, ҡан тамырынанмы? Иртәнсәк ас ҡарынға венанан алынған ҡандағы глюкоза кимәле юғарыраҡ буласаҡ, шуға күрә 6,1-гә тиклем норма тип һанала. Ә инде 7-нән уҙып китһә, был диабетты күрһәтә.

Ас ҡарынға бармаҡтан алынғанда ул 3,3 – 5,5 ммоль/л булырға тейеш. 5,5 –6 ммоль/л булһа, уйланырға урын бар: һеҙҙә диабет башланырға тора, тигәнде аңлата. 6,1-ҙән юғарыраҡ булһа, диабет тигән һүҙ.

Ҡандағы глюкоза кимәле норманан саҡ ҡына артығыраҡ булһа ла, өҫтәмә тикшереү үтергә кәңәш ителә.

фото/Яндекс

Читайте нас