Өфөлә “Иң яҡшы ашығыс медицина ярҙамы шоферы” республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында ул икенсе урын яулаған.
Ун өс йыл һиҙелмәйенсә уҙып киткән – Ринат Рудик улы тап шунса ваҡыт Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина ярҙамы бүлегендә эшләй. Буласаҡ тормош иптәше Оксана менән дә ошонда танышҡан, ҡыҙ унда диспетчер булып хеҙмәт һалған. Бөгөн инде ул - 20 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә тәжрибәле шофер.
Ыҫлаҡ егете белгеслеген Раевка 111-се һөнәрселек училищеһында алған. Армияға тиклем туған хужалығында ла эшләргә өлгөрә. Унан һуң Себерҙә һәм Өфөлә эшләй. Ә хеҙмәт биографияһының төп өлөшө ашығыс медицина ярҙамы бүлеге менән бәйле.
Эше, әйтергә кәрәк, ауыр һәм яуаплы. Ауырыу кеше эргәһенә мөмкин тиклем тиҙерәк барып етергә кәрәк. Ярай әле, автомобиле яңы. Ринат Хәкимов уны йыл башында ғына алған. Хәҙер эшләүе еңел, хәүефһеҙерәк тә. Район һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр бүләккә лайыҡ булған. Тап уға республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында Раевка үҙәк район дауаханаһы данын яҡлау бәхете тейҙе.
- Беренсе этапта беҙ компьютерҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү буйынса тест һорауҙарына яуап бирҙек, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ринат Хәкимов. – Унан һуң автомобилдә фигуралы йөрөү һәм зыян күреүсегә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү күнекмәләрен үткәрҙек. Өсөнсө этапта һорауҙарға яуап бирҙек.
Һөҙөмтәлә Әлшәй шоферы төплө белем күрһәтеп, икенсе урынды алған. Ул Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәхмәт хаты һәм аҡсалата премия менән бүләкләнгән.