Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Июль 2019, 14:22

Аборттың зыяны тураһында

Аборт – йөклөлөктө туҡтатыу, ул ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн өҙлөгөүҙәре менән хәүефле.

Статистика буйынса ауырға ҡалған 100 ҡатын ҡыҙҙың 54-е аборт эшләтә.

Күп кенә ҡатындар иртә сроктарҙа яралғыға йән инмәй, тип уйлай, ләкин улар хаталана. Фәнни күҙәтеүҙәрҙә ҡарындағы баланың 18 көндә йөрәге типкәне һиҙелә, ете аҙнала инде эске органдар формалаша һәм мейе импульстары беленә. 13 аҙналыҡ яралғы башын бора, төрлө хәрәкәттәр яһай, сырайын боҙоп ҡылана, йоҙроҡтарын төйнәй, бармағын һыуыра.

Аборт яһатырға ҡарар иткән ҡатын аңлы рәүештә тыуасаҡ балаһын үлтерергә бара. Йөклөлөктө туҡтатып, ул үҙ һаулығына зыян килтерә, әсәлек һәм ҡатын-ҡыҙ бәхетенән мәхрүм ҡала. Яңынан яһалған һәр операция был хәүефте күп тапҡырҙарға арттыра.

Пробиркала күҙәнәктәрҙе аталандырыу мөмкинлеге биргән хәҙерге заман мөғжизәләренә өмөтләнергә кәрәкмәй. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, бер генә аборт та ҡатын-ҡыҙ һаулығы өсөн эҙемтәләр ҡалдрымай үтмәй.

Районыбыҙҙа, бәхеткә күрә, абортттар һаны йылдан-йыл кәмей. Әгәр 2017 йылда уларҙың һаны 400-гә яҡын булһа, 2018 йылда 41 генә булды, йәғни ун тапҡырға аҙыраҡ. Былтыр беренсе ярты йыллыҡта - 20, быйыл 12 ҡатын аборт яһатты.

Ирина ХӘЛИМОВА,

Раевка үҙәк район дауаханаһының бала тыуҙырыу бүлеге мөдире.

Читайте нас: