Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Июль 2019, 11:52

Тәнде сыныҡтырыу яҡшы һөҙөмтә бирә

Иммун системаһының ныҡ булыуы төрлө инфекциялы ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра. Ҡайһы бер ябай ғына ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү уны нығытырға ярҙам итәсәк.

Иммун системаһын туҡланды­рыусы матдәләргә бай шифалы эсемлектәр : гөлйемеш һәм имбир тамыры төнәтмәһе, балан һәм һырғанаҡ сәйе, пробио­тиктарға бай һөт ризыҡтары эсегеҙ.



Рационда аскорбин кислотаһы һәм каротиноидтар сығанағы булған аҙыҡ-түлек: ҡыҙыл борос, ҡабаҡ, помидор, хөрмә, грейпфрут, еләк, манго, йәшел тәмләткестәр булырға тейеш.
Йүгереү, йәйәү йөрөү сәлә­мәтлек өсөн файҙалы. Берен­сенән, матдәләр алмашыныуы яҡшырасаҡ, организмдың һаҡла­ныу көсө артасаҡ. Икенсенән, һәйбәт йоҡлаясаҡһығыҙ, нервы системағыҙ нығынасаҡ. Саф һа­уала йөрөү үпкә эшмәкәрлеге яҡшырыуына, иммунитеттың сынығыуына булышлыҡ итәсәк.


Организмды сыныҡтырыуҙың үҙегеҙ өсөн яраҡлы төрөн һайлағыҙ: иртән һыу ҡойоноғоҙ, ҡышын мәкегә сумығыҙ, һауа ваннаһы алығыҙ, бер эҫе, бер һыуыҡ һыу менән душта йыуынығыҙ.
Читайте нас: