Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Июнь 2019, 18:00

Ай ҙа, ҡояш та ярамай…

Көндәрҙең эҫе тороуы ла сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай.

Ағзаларҙың нормаль эшләүе өсөн организмда шыйыҡлыҡ етешмәй, тәү сиратта баш мейеһе һыуға ҡытлыҡ кисерә.


Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡай­нар ҡояш нурҙары тәьҫире­нән кәйефе төшә. Ҡәнәғәт­һеҙлек, асыу тойғоһо көсәйә, йоҡоһоҙлоҡ тынғы бирмәй, сөнки организм, ошо хис-тойғолар тәьҫире ярҙамында үҙен яҡларға тырышып, даими көсөргәнеш эсендә йәшәй. Эҫе һауа торошо олоһона ла, кесеһенә лә берҙәй кире йоғонто яһай. Айырыуса йө­рәк-ҡан системаһы сирҙәренә юлыҡ­ҡандарға, өлкән йәштә­ге­ләргә эҫене үткәреүе ауыр.


Был осорҙа ҡан баҫымы күтәрелеү, баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоу сәбәп­ле, ашығыс медицина ярҙа­мына мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта. Эҫелә тәндәге ҡан тамырҙары киңәйә, тын алыу, пульс йышая, йыш ҡына ҡан баҫымының төшөүе күҙәтелә, тән темпе­ратураһы күтәрелә. Тәндең йылыныуын тир бүленеү механизмы көй­ләй. Эҫе климатлы илдәрҙә йәшәүселәрҙең тиреһендәге тир һәм май биҙҙәре ныҡ үҫешкәнгә күрә, улар йылыны еңел кисерә.


Айырыуса һауа темпера­тура­һының юғарылығы һәм һауаның дымлылығы кеше­нең сәләмәт­легенә насар йоғонто яһай. Саф һауала ҡайнар ҡояш аҫтында физик эш менән шөғөлләнгәндә ке­ше ике литрҙан алты литрға тиклем шыйыҡлыҡ юғалтыуы мөмкин. Мәҫәлән, эҫелә баҡ­сала ер ҡаҙаһығыҙ икән, яҡынса ике-дүрт литр шы­йыҡлыҡ юғалта­һығыҙ тигән һүҙ. Ә туристар өсөн юғалтыу алты литрға тиклем етеүе ихтимал, шуға күрә ҡайһы бер һаҡланыу сараларын йәнә иҫкә төшөрөп китәйек.


Ғөмүмән, ҡояшта оҙаҡ бу­лырға тырыш­мағыҙ, башта мотлаҡ яу­лыҡ йәки эшләпә булһын. Йыш һыу эсегеҙ (һут, сәй, минераль һыу ҙа яҡшы), алкоголле эсемлектәрҙән, һы­ранан, ҡәһүә­нән баш тартығыҙ. Кейемде лә дөрөҫ һайлағыҙ (кизе-мамыҡ, етен, ебәк туҡымаларҙан тегел­гәне иң яҡшыһы).


Йөрәк-ҡан тамырҙары сир­ҙә­ренән яфа­ланған кешеләр мот­лаҡ табип күрһәтмәләрен үтәргә, тәғәйенләнгән дарыу­ҙарҙы ваҡытында эсергә, ҡан баҫымын үлсәп торорға тейеш. Шәкәр диабетына дусар ауырыуҙарға ла эҫене үткә­реүе ауыр. Уларҙың ҡанда шәкәрҙең артыу-артмауын күҙәтеп тороуы мотлаҡ. Ошо осорҙа антибиотиктар эсергә мәжбүр булған ауырыуҙарға ҡояшҡа күренеү бөтөнләй ярамай, сөнки дарыуҙарҙың ҡайһы берҙәре тән һиҙгер­леген ныҡ көсәйтеүе, ә тире­нең ҡайнар нурҙар тәьҫи­рендә бешеүе ихтимал.


Был шулай уҡ химия терапияһы препараттары алған ауырыу­ҙар­ға ла ҡағыла. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, йәйге селләләрҙе еңелерәк үткәрергә һәм сәләмәтлеккә зыян килтермәҫкә мөмкин.

Читайте нас: