Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Июнь 2019, 12:21

Яҡшы һүҙ – йәнгә дауа

Йыш ҡына ауыр сир менән яфаланыусы кеше үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡала, хатта туғандары ла уға нимә менән ярҙам итергә белмәй.

Раевка үҙәк район дауаханаһында биш йыл элек асылған паллиатив медицина ярҙамы бүлегендә, бындай ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтәләр һәм медицина, психологик һәм социаль ярҙам күрһәтәләр.

Элек паллиатив бүлек йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау бүлеге бинаһында урынлашҡайны, бер йыл элек ул ремонтланған дауахананың төп корпусына күсерелде. Бында ҙур булмаған, татыу коллектив эшләй, уға юғары категориялы табип, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә Зинаида Батырхан ҡыҙы Юлсыбаева етәкселек итә.

- Беҙҙең бүлек күптән түгел генә асылды һәм тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ун койка-урынға иҫәпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл ауыр сирлеләр һаны арта. Айырыуса урта йәштәге хеҙмәткә һәләтле кешеләр араһында был йыш күҙәтелә. Беҙ мөмкинлеккә ҡарап, һәр ауырыуҙы ҡабул итергә һәм хәлен еңеләйтергә тырышабыҙ, - ти Зинаида Юлсыбаева.

Бүлектә бының өсөн кәрәкле бөтә медикаменттар ҙа бар. Әлбиттә, квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус дауалау-диагностика ҡорамалдары етешмәй. Был мәсьәлә дауахана хакимиәте контролендә.

Паллиатив бүлек эшенең үҙенсәлеге һәм бер үк ваҡытта ҡатмарлылығы шунда, табип һәм шәфҡәт туташтары ауырыуҙы дауалау менән генә шөғөлләнмәй, ул уға психологик ярҙам да күрһәтергә тейеш. Был осраҡта бүлеккә психолог һәм психиатрҙың квалификациялы консультацияһы, дин әһелдәренең кәңәше һәм волонтерҙарҙың изге эштәре кәрәк.

- Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөтә медицина персоналы үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Хеҙмәткәрҙәребеҙ тәжрибәле, изге күңелле, тырыштар, - тип һүҙен дауам итте Зинаида Батырхан ҡыҙы. – Шәфҡәт туташы Марина Калякина дауаханала 40 йылға яҡын эшләй, пациенттарҙы тынысландырып, йылы һүҙ менән йыуатыу өсөн дә ваҡыт таба ул. Шулай уҡ медицина өлкәһендә утыҙ йылға яҡын хеҙмәт һалған Земфира Дәүләтова ла үҙ бурыстарын һәр ваҡыт тырышып башҡара. Шәфҡәт туташтары Юлия Данилова һәм Гөлшат Чегодаеваны ла ауырыуҙар маҡтап бөтә алмай. Санитаркалар Флүзә Солтанова, Ольга Макарова, Гөлнара Йыһангирова һәм Илүзә Галуаева медицина кабинеттарын, коридорҙарҙы һәм палаталарҙы һәр ваҡыт таҙа һәм тәртиптә тота.

Был ҙур булмаған коллективта бер-береһенә ярҙам итеп, берҙәм эшләргә күнеккәндәр. Улар кәйефтәре тиҙ үҙгәреп торған ауыр сирле пациенттар менән уртаҡ тел таба, йыуата һәм һауығыуға өмөт уята белә. Сөнки паллиатив бүлектә сирлеләр дөрөҫ дауалауға ғына түгел, күңелдәрен күтәреүсе йылы һүҙгә лә мохтаж.

Читайте нас: