Раевка үҙәк район дауаханаһы хирургы Дамир Фәрҙәт улы Суфиянов та - тап шундайҙарҙың береһе. 2006 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған Дәүләкән егетенә беҙҙең районға юллама бирәләр. Хеҙмәт юлын ул Раевка үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә башлай.
2011 йылдан Д. Суфиянов, махсус белгеслек алып, пациенттарға ультратауыш тикшереүе үткәрә. Бынан тыш ул поликлиникала, хәрби комиссариатта ҡабул итә, хирургия бүлегендә дежурҙа тора. Белгестәр етешмәй, шуға ла барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ иңенә алырға тура килә.
Консультациялар, пациенттарҙы ҡарап сығыу, операциялар, яраларҙы бәйләү, документтар тултырыу һам башҡалар – быларҙың барыһы ла уның көндәлек бурыстары.
Дауаханаға пациенттарҙы төрлө йәрәхәттәр, аяҡ-ҡул һынау осраҡтары, перитонит менән килтерәләр һәм улар шунда уҡ хирург өҫтәленә эләгә. Бында инде табиптың оҙон-оҙаҡ уйлап торорға ваҡыты ла, яңылышырға ла хаҡы юҡ. Операция менән генә кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкин. Теорияны төплө белеү һәм һалҡын аҡылдан тыш, кешеләргә ихлас ярҙам итеү теләге булыу ҙа мөһим.
Дамир Фәрҙәт улы эшен яратып башҡара, шуға ла көн һайын пациенттарынан ихлас рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә.