Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
29 Апрель 2019, 16:07

Сәләмәт булайыҡ, йәки Мин нисек дауаханаға эләктем

Хирург әҙерләнгән арала, эргәмдәге аҡ халатлы тамашасыларым һорауы буйынса “Ҡара тауыҡ”ты йырлап күрһәтергә лә өлгөрҙөм. Ҡыҫҡаһы, шунан арыһын хәтерләмәйем...

XIX быуат булһа, бындай хәлдә мин 12 йәшкә лә етмәҫ инем, ә XXI быуатта бары тик һуҡыр эсәгемде генә киҫеп алдылар һәм мин, бер нимә лә булмағандай, артабан йәшәүемде дауам иттем.

Бөтәһе лә йәкшәмбе көндө башланды. Иртән уянғанда эсем ауыртып тора ине. Уҡыған көндәрҙә был ваҡытта мәктәптә иртәнге аш бирәләр. Кухняға төштөм, бер аҙ ҡапҡылап алһам, ауыртыу бөтөр, тип уйланым. Был да ярҙам итмәне. Яттым. Әсәйем инеп, нимә булды тип һорай. Эсем ауырта, тимен, йәлләтеп кенә. Ул чипсы, сохарый кеүек “файҙалы” аҙыҡтарҙы күберәк ашаһаң, шулай була инде тип кенә ҡуйҙы.

Шул ваҡыт өләсәйемдең: “Кеше ауырығас ҡына сәләмәтлегенең ҡәҙерен белә” тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Был ысынлап та шулай икән. Ауыртыу көсәйә генә. Әсәйем ҡабат-ҡабат инеп хәлемде белешә. Урындан ғына тейешле мәғлүмәт биреп ятам. Тиҙҙән өләсәйем, әсәйем һәм апайымдан торған етди консилиум йыйылды. 10-сы синыфта уҡыусы, көнө-төнө химияны ятлап, киләсәктә табип булырға хыялланыусы апайым эсемде тотоп ҡарай һәм диагноз ҡуя. “Әҙерлән, туғанҡай, операция яһарға тура киләсәк”. Ә мин быға әҙер түгел инем....

Әсәйем, аңлы кеше булараҡ, ауыл фельдшеры Резеда Тимерхан ҡыҙы Йосопова менән кәңәшләшергә булды. Әммә ул да: “Һуҡыр эсәккә оҡшаған. Дауаханаға илтегеҙ”, - тине.

Беҙ ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлегенә юлландыҡ. Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан килгәндә мин инде операциянан ҡурҡмай инем, ауыртыуҙың тиҙерәк бөтөүен генә теләнем. Дауаханала беҙҙе ҡаршы алдылар. Әсәйем һорауҙарға яуап бирҙе. Яғымлы шәфҡәт туташы бармаҡтан ҡан алды. Тиҙҙән ҡотҡарыусым, йәш хирург Артур Мирсәйәпов та килеп етте. Мин бер ваҡытта ла табиптар шундай “текә”, шәп булаҙыр, тип уйламай инем. Уның менән аралашҡандан һуң хатта тиҙерәк операция өҫтәленә ятҡым килде.

Хирургия бүлегендә шәфҡәт туташтары мине көтәләр ине инде. Шунда уҡ укол яһанылар, система ҡуйҙылар. Хәтерләмәйем, тағы әллә нимәләр эшләнеләр. Шунан инде операцияға алып киттеләр. Хирург әҙерләнгән арала, эргәмдәге аҡ халатлы тамашасыларым һорауы буйынса “Ҡара тауыҡ”ты йырлап күрһәтергә лә өлгөрҙөм. Ҡыҫҡаһы, шунан арыһын хәтерләмәйем...

Уянғанда инде һуҡыр эсәгем юҡ ине. Һыуһыҙ һәм аҙыҡһыҙ бер тәүлектән һуң, Фәнисә әбейемдең тауыҡ һурпаһы бик шәп булып ҡалды. Был минуттарҙа элек яратмаған бутҡалар ҙа “йәлп” итеп үтер ине, өйгә имен-һау ҡайтып етһәм, уларҙы рәхәтләнеп ашар инем, тип ант иттем. Артабан дауаланыу - укол ҡаҙау, яраны бәйләү һәм башҡа процедуралар осоро башланды. Палаталағы башҡа балалар кеүек, мине лә иртәнән кискә тиклем аҡ халатлы апайҙар ал-ял белмәй дауаланы.

Ошо ваҡыт эсендә мин хирургия бүлегендә иҫ киткес табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар – үҙ эшенең оҫталары эшләгәнен аңланым. Улар көн һайын пациенттарының ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн көрәшә. Бына минең өсөн дә шатлыҡлы көн етте. Артур Илдар улы, барыһы ла яҡшы, инде ҡайтһаң да ярай, тине. Ура-а-а! Өйгә ҡайтам!

Миңә операция эшләгән хирургтар Артур Мирсәйәпов, Руслан Сәғәҙиев, анестезиолог-реаниматолог Алиса Кәримова, шәфҡәт туташы-анестезиолог Нурия Макарова, шәфҡәт туташы Гөлнара Вилданова, санитарка Зөлфиә Көҫәпҡоловаға һәм, әлбиттә, бөтә хирургия бүлеге коллективына, ауылыбыҙ фельдшеры Резеда Йосоповаға ихлас рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Һеҙ ысынлап та, тылсым эйәләре, изге эштәр башҡараһығыҙ. Өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡотҡараһығыҙ. Рәхмәт һеҙгә! Шулай уҡ дауаханала ятҡанда миңә шылтыратҡан, смс-хәбәрҙәр яҙғандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт. Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Байрас СӘЛӘМОВ,

башҡорт лицейының 5-се синыф уҡыусыһы.
Читайте нас: