Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
18 Апрель 2019, 16:39

Ауылға теш табиптары килде

Биш көн буйына Тавричанка ауылындағы Ҡыҙыл врачлыҡ амбулаторияһында күсмә стоматология хеҙмәте эшләне.

Дәүләт гарантияһы программаһына ярашлы, республика стоматология поликлиникаһы табиптары халыҡты бушлай дауаланы. Был хеҙмәттән күрше Мырҙағол, Үрәҙмәт, Зеленый Клин, Ярташлы, Красный Клин, Әбделкәрим, Орловка, Новоконстантиновка, Сулпан ауылдарында йәшәүселәр ҙә ҡулланды. Бөтәһе 131 кеше, шул иҫәптән 51 бала, теш табиптарына килде.

Читайте нас в