Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
8 Апрель 2019, 14:00

Йыл һайын тикшерелеү мотлаҡ

Туберкулез ауырыуын һәр кем йоҡторорға мөмкин, ләкин ауырыуҙың актив формаһы менән сирләүселәр менән тығыҙ бәйләнештә булғандарға айырыуса хәүеф янай.

Бактериялар ауырыу кешенән сәләмәт кешегә йүткергәндә ҡаҡырыҡ тамсылары менән, сөскөргәндә һәм һөйләшкәндә йоғоуы ихтимал. Тирә-яҡ мөхиттә улар кипкән ҡаҡырыҡ өлөштәрендә оҙаҡ ваҡыт һаҡлана. Микробтар бер нисә ай дауамында йәшәүгә һәләтлелеген юғалтмай, түбән һәм юғары температураларҙы еңел үткәрә. Бактерияның аҙыҡ-түлек аша ла эләгеүе ихтимал. Үпкә туберкулезының классик билдәләре – оҙаҡҡа һуҙылған көслө йүткереү, ҡан төкөрөү, күкрәктә ауыртыу, дөйөм хәлһеҙлек, тән температураһының күтәрелеүе, тирләү.

Туберкулез таралыуҙы иҫкәртеү алымдары – балаларға прививка яһау, ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм һөҙөмтәле дауалау, эпидемияға ҡаршы саралар үткәреү.

Районбыҙҙа туберкулез менән ауырыу буйынса эпидемиологик хәл көсөргәнешле ҡала, күрһәткестәр уртаса республика күрһәткестәренән юғары. Туберкулез менән ауырыусы 146 кеше диспансер иҫәптә тора, уларҙың 95-е - ирҙәр һәм 51-е – ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ ике үҫмер һәм биш бала. Быйыл тәүге кварталда профилактик тикшереүҙәр ваҡытында өс ауырыу асыҡланды.

Туберкулезды иртә асыҡлауҙың төп формалары булып балаларға туберкулинодиагностика һәм өлкәндәргә флюорографик тикшереү үткәреү тора. Балаларға һәм үҫмерҙәргә туберкулинодиагностика йыл һайын уҡыу урыны буйынса, балалар баҡсаларында, поликлиникала үткәрелә.

Туберкулезға ҡаршы иммунитетҡа вакциналар яһау менән өлгәшелә. Яңы тыуған сабыйға ғүмеренең тәүге көндәрендә бала тыуҙырыу йортонда уҡ прививка эшләнә, балаға ҡабаттан прививка 7 йәшендә Манту пробаһы насар һөҙөмтә күрһәткәндә яһала.

Туберкулез – етди ауырыу, шуға ла районда йәшәүсе һәр кем кәмендә йылына бер тапҡыр тикшереү үтергә тейеш.

И. ПЕТРОВ,

Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-фтизиатры.

Читайте нас: