Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Март 2019, 14:12

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн

Беҙҙең һәр беребеҙ район дауаханаһында бөгөн ниндәй проблемалар булыуын яҡшы белә

Табиптар, иң элек, махсус белгестәр етешмәй, ҡорамалдар иҫкергән, күпселек медицина учреждениеларында биналар иҫке, уларҙа күптән ремонт эшләнмәгән. Был мәсьәләләр әкренләп хәл ителә, әлбиттә.

Мәҫәлән, былтыр райондың һаулыҡ һаҡлау системаһында бер ни тиклем ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелде. Район медицина учреждениеларының матди-техник базаһы өлөшләтә яңыртылды. Ошо хаҡта Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы Н. С. Зыязетдинов һөйләй:

- Районда 46 дауалау-профилактика учреждениеһы, үҙәк район дауаханаһы һәм уның составына ингән алты врачлыҡ амбулаторияһы, 39 фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡҡа медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтә. Бөгөн уларҙы яңыртыу һәм йыһазландырыу көнүҙәк проблема булып тора. Үҙәк район дауаханаһының йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау бүлеге, Раевка врачлыҡ амбулаторияһы һәм Ҡырым ауылындағы психиатрия бүлеге, Ыҫлаҡ һәм Шафран врачлыҡ амбулаториялары, Ҡармыш һәм Воздвиженка фельдшер-акушерлыҡ пункттары биналарын капиталь ремонтларға, Аксен врачлыҡ амбулаторияһы өсөн яңы бина төҙөргә кәрәк.

Казанка һәм Таштүбә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ныҡ таушалған. Артабан унда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү күҙаллана.

Медицина ҡорамалдарының 91,2 проценты иҫкергән. Былтыр “Русмедикал” йәмғиәте хәйриә ярҙамы күрһәтте. Бағыусылар ике стоматология ҡоролмаһы алып бирҙе, улар Никифар һәм Шафран врачлыҡ амбулаторияларына бүленде. Район дауаханаһы өсөн дүрт компьютер һатып алынды, бында "Уралсиб" йәмғиәтенең Өфө ҡалаһындағы филиалы һәм “Макс-М” акционерҙар йәмғиәте страховка медицина ойошмаһы ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ былтыр пульсоксиметрҙар, стерилләнгән стоматологик йыһаз һатып алынды. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы өсөн бала табыу сертификаттары буйынса озонотерапия аппараты, гинекология креслоһы, феталь мониторҙар, терапия бүлегенә электрокардиограф, балалар поликлиникаһына УЗИ аппараты, балалар өсөн ЛОР һәм офтальмология кабинеттарына йыһаздар, паллиатив бүлеккә дауалау һәм хеҙмәтләндереү аппараттары һатып алынды.

Раевка үҙәк район дауаханаһы ашығыс ярҙам бүлегенең автомобиль паркы өс яңы ГАЗ һәм УАЗ машиналары менән тулыландырылды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, санитар автотранспорт 82 процентҡа иҫкергән. Бында бөтәһе 28 берәмек машина иҫәпләнә һәм тағы ла һигеҙ автомобиль һатып алырға кәрәк.

Бөгөн дауаханаға наркоз-тын алыу аппараты, рентгенологик маммограф, юғары класлы УЗИ аппараты, лаборатор- диагностика һәм физиотерапия ҡорамалдары кәрәк. Раевка үҙәк район дауаханаһында киләсәктә лә был йүнәлештә эш алып барылыр һәм һәр әлшәйле сифатлы медицина ярҙамы ала алыр.

Читайте нас: