Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Март 2019, 17:40

Балалар өсөн ультратауыш диагностикаһы

Раевка үҙәк район дауаханаһына заманса УЗИ аппараты ҡайтартылды

Ул балалар поликлиникаһында урынлаштырылды һәм эшләй башлаясаҡ.

- “Samsung” фирмаһының был эксперт класлы приборы сабыйҙар өсөн дә, үҫмерҙәр өсөн дә бик кәрәк ине, - ти баш табип урынбаҫары, поликлиниканың педиатрия бүлеге мөдире, ультратауыш диагностикаһы табибы А. Х. Зыязетдинова. – Яңы быуын УЗИ-аппараты заманса программалар һәм аппарат ресурстарына эйә, ул тикшеренеүҙәрҙе тиҙ һәм сифатлы үткәреү мөмкинлеге бирә. Баланың организмында башланғыс стадияларҙа асыҡланған үҙгәрештәр һәм ваҡытында дауалау квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтергә ярҙам итә.

Район буйынса бөтәһе ун педиатрия участкаһы иҫәпләнә. Табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында 8363 бала тора. Алһыу Хәмит ҡыҙы көнөнә 20 балаға ультратауыш тикшереүе үткәрә.

Читайте нас: