-5 °С
Болотло
Үткән йыл менән сағыштырғанда ауырыусылар һаны 17,4 процентҡа артҡан. Республикала бөтәһе 21618 пациент иҫәптә тора. Сирҙе енси юл менән йоҡтороусылар – 85,12 процент, парентераль юл менән – 13,64 процент.
- Район буйынса ВИЧ-инфекциялы 187 кеше теркәлгән. Уларҙың күбеһе сирҙе енси юл менән йоҡторған. Йыл башынан ВИЧ-инфекциялы бер кеше асыҡланған, былтыр бишәү теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ике айҙа был сирҙән өс ауырыу вафат булған, - тип хәбәр итә Раевка үҙәк район дауаханаһы инфекционисы Наилә Абдрахманова.