Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Март 2019, 16:31

Яҙҙың үҙенсәлекле "бүләге" лә бар...

Көтөп алған матур миҙгелебеҙгә лә аяҡ баҫтыҡ. Шулай ҙа, дуҫтар, яҙҙың ҡояш нурҙарына ғына түгел, сирҙәргә лә бай икәнен оноторға ярамай.

Тап ошо ваҡытта, витамин етмәү сәбәпле, төрлө ауырыу киҫкенләшә.
Организмға нимә кәрәклеген ҡайһылайтып белергә һәм сирҙе нисек еңергә?



А витамины етмәй икән, күҙҙәрҙә ҡоролоҡ барлыҡҡа килә, кеше саҡ ҡына ҡараңғыла ла күрмәй башлай, тын юлдары, ашҡаҙан сирҙәре ҡалҡып сыға, тире боҙола, хәл бөтә. Был проблемаларҙы яйға һалыу өсөн кишер, йомортҡа, балыҡ, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге йәшелсә менән туҡланыу кәңәш ителә. А витамины шулай уҡ йәшел һуғанда, петрушкала, гөлйемештә, һырғанаҡта күп.


В витаминының организмда тейешле кимәлдә булмауы йоҡлай алмауҙа, тиҙ ярһып китеүҙә, хәлһеҙлектә, баш ауыртыуында, конъюнктивит, дерматит сирҙәре барлыҡҡа килеүендә, ауыҙ иҙелеүҙә, йөрәк тибешенең йышайыуында сағыла. Ҡыш антибиотиктар менән дауаланған кеше уға айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисерә. В витамины һөт аҙыҡтарында, ҡыяҡлы үҫемлектәрҙә, әсеткелә күп.


С витамины аҙ икән, кеше хәлһеҙлектән йонсой, күреү һәләтенең насарайыуы, теш ҡаҙнаһының ҡанһырауы ихтимал. Был проблемаларҙы бөтөрөүҙә иң ҙур ярҙамсылар – цитрус емештәр, тоҙло кәбеҫтә, туңдырылған еләк-емеш, гөлйемеш.


Д витаминын “ҡояш витамины” тип йөрөтәләр. Ҡышҡы оҙон төндәрҙән, яҡтылыҡ етмәүҙән организмда уның күләме ныҡ кәмей. Һөҙөмтәлә һөйәктәрҙең торошо насарайыуы, муртҡа әйләнеүе, мускулдарҙың көсһөҙләнеүе, ҡан әйләнешенең түбәнәйеүе, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы ихтимал. Д витамины балыҡта, аҡ майҙа, сырҙа, һөттә күп. Шул уҡ ваҡытта саф һауала йышыраҡ йөрөргә кәрәк – ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.


Е витамины (токоферол) яҙ миҙгеле менән бигерәк тә ауаздаш, сөнки йәшәртеү, матурайтыу көсөнә эйә. Ул – ҡеүәтле тәбиғи антиоксидант. Организмда был витаминдың тейешле күләмдә булмауы дөйөм сәләмәтлектә, тиренең, сәстең, тырнаҡтарҙың торошонда сағыла.


Токоферол иммунитетты нығыта, мускулдар эшмәкәрлеген көйләй. Үҫемлек майы, сәтләүектәр, йомортҡа һарыһы, гөлйемеш, сей балан Е витаминына айырыуса бай.



Читайте нас: