Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Март 2019, 13:30

Ауыл фельдшерының ғәҙәти эш көндәре

Аҡ халатлы был һөнәр эйәләренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән, улар ауылдарҙа йәшәүсе халыҡтың сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күрә.

Районыбыҙ территорияһында 39 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 6 врачлыҡ амбулаторияһы эшләй. Сер түгел, ҡала менән сағыштырғанда ауыл ерендә фельдшер булып эшләү байтаҡҡа ҡатмарлыраҡ. Сөнки ауыл табибы, ҡағиҙә булараҡ, бер үҙе бер нисә ауылды хеҙмәтләндерә. Ул тәүлек әйләнәһенә һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, эш һәм байрам көндәрендә ауырыуҙар янына ашыға. Өҫтәүенә төрлө белгеслектәрҙе берләштереп, һалҡын тейеүҙе, ҡан баҫымы күтәрелеүе йәки төшөүен дә дауаларға, йәрәхәтләнгәндәргә тәүге ярҙам күрһәтергә лә тура килә. Ә йышыраҡ ауырыуҙарҙы дарыуҙар һәм уколдар менән генә түгел, йылы һүҙе, иғтибарлы мөнәсәбәте менән дә дауалай улар.


Ибрай фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Эльвера Миңлейәрова бына егерме биш йылдан ашыу ошо еңел булмаған һәм тынғыһыҙ һөнәрҙә хеҙмәт һала. Бәләбәй медицина училищеһын тамамлағандан һуң Иҙрис һылыуы тыуған районына – Раевка үҙәк район дауаханаһына эшкә ҡайта. Тиҙҙән Яңы Сәпәш ауылы егетенә кейәүгә сыға һәм иренең тыуған яғында төпләнәләр. Шулай итеп, Ибрай һәм Яңы Сәпәш ауылдары халҡы киленле лә, фельдшерлы ла була.

Ысынлап та, Эльвера Хәмит ҡыҙы тиҙ арала ауылда үҙ кешегә әйләнә. Эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән фельдшер ошо һөнәрҙе һайлауына бер ҡасан да үкенмәй. Бөгөн ул Ибрай һәм Яңы Сәпәш ауылдары халҡын - бөтәһе 450-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, саҡырыу буйынса йорттарға барыу, профилактик тикшереүҙәр үткәреү, патронажлыҡ хеҙмәте күрһәтеү, төрлө процедуралар – ауыл фельдшерының ғәҙәти эш көндәре бына шундай бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙән тора. Хеҙмәте иғтибарлылыҡ, яуаплылыҡ, һиҙгерлек һәм, әлбиттә, төплө белем, тәжрибә талап итә.

Эльвера Хәмит ҡыҙы эшләгән медпунктта һәр ваҡыт таҙа һәм һәр ерҙә тәртип. Ә ремонт үткәргәндән һуң бында тағы ла күркәмерәк булып киткән, тәҙрәләр, ишектәр, иҙәндәр алмаштырылған, канализация үткәрелгән.

- Иң мөһиме, медпунктҡа килгән һәр кешенең, улар араһында оло йәштәгеләр, йөклө ҡатындар, сабыйҙары менән әсәйҙәр ҙә бар, беҙҙәге уңайлы шарттарҙы күреп, күңеле күтәрелһен, ә был инде һауығыуға үҙе бер аҙым, - ти юғары категориялы фельдшер, үҙ эшенең оҫтаһы Эльвера Миңлейәрова.

Читайте нас: