Районда грипп осраҡтары теркәлдеме? Ошо һорауҙар менән беҙ Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Р. В. Йыһангировҡа мөрәжәғәт иттек:
- Йыл башынан республикала киҫкен вируслы инфекциялар (ОРВИ) менән ауырыуҙың 26 мең, шул иҫәптән балаларҙа 16,7 мең осрағы теркәлгән, был ауырыуҙарҙың дөйөм һанының 64,5 процентын тәшкил итә. Республика халҡы араһында киҫкен вируслы инфекция менән ауырыуҙар һаны эпидемия күрһәткесенән юғары һәм алдағы аҙна менән сағыштырғанда 20 процентҡа артты. Эпидемия күрһәткесенән артып китеү мәктәп йәшендәге балалар араһында - 7 процент һәм өлкәндәр араһында 5,6 процент тәшкил итә.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, районда йыл башынан алып 8 февралгә тиклем киҫкен вируслы инфекциялар менән ауырыуҙың 344 осрағы теркәлде, шуларҙың 223-ө – балалар араһында. 70 кешелә, шул иҫәптән 37 балала пневмония асыҡланды һәм уларҙың бөтәһе лә дауаханаға һалынды.
Башта уҡ шуны әйтеп үтәм, районда лабораторияла раҫланған осраҡтар әлегә теркәлмәне. Был ауырыу киҫкен башлана: ҡалтырата, тән һыҙлай, бик ныҡ баш ауырта, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, температура ҡапыл 38-39 градусҡа күтәрелә, һуңыраҡ тымау башлана, тамаҡ төбө ҡысыта, йүтәлләтә. Вирусты ауырыу кеше менән аралашҡанда һауа-тамсы юлы менән, шулай уҡ сирле кешенең кейеме, һауыт-һабаһы аша йоҡторорға мөмкин.
Вирус йоғонтоһо арҡаһында организм бик көслө ағыулана, бөтә органдарға зыян килә, шунлыҡтан грипп өҙлөгөүҙәргә килтереүе менән хәүефле. Уларҙың киң таралғандары – бронхит, отит, синусит, гайморит. Шул уҡ ваҡытта хроник ауырыуҙар ҙа киҫкенләшә. Грипп айырыуса диабетиктар һәм бөйөр ауырыуҙарынан яфаланыусылар өсөн хәүефле. Вируслы ауырыуҙы шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар ҙа ауыр үткәрә. Шунлыҡтар улар хәүеф төркөмөнә индерелгән.
Иҫкәртеү саралары комплексында вакцина яһатыу иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе булып тора. Былтыр район халҡының 45 процентына прививка эшләнде.
Ә шәхси иҫкәртеү сараларына килгәндә, кешеләр күп йыйылған урындарға бармаҫҡа тырышығыҙ һәм йәмәғәт транспортында битлек кейегеҙ. Мөмкинлек булыуына ҡарап, йүтәлләгән һәм сөскөргән кешеләр менән аралашмаҫҡа кәрәк. Ҡулдарҙы даими рәүештә һабын менән яҡшы итеп йыуыу һәм бигерәк тә урамдан ингәс, танау ҡыуышлығын таҙартыу зарур. Бинаны даими елләтергә һәм иҙәнде йыуырға кәрәк. Саф һауала йышыраҡ йөрөргә, физкультура менән шөғөлләнергә, организмды сыныҡтырырға. Рационда С витамины булған продукттар – мүк еләге (клюква), ҡыҙыл көртмәле, лимон, шулай уҡ һарымһаҡ һәм һуған өҫтәлгән ризыҡтар мөмкин тиклем күберәк булырға тейеш. Ғаиләлә һәм хеҙмәт коллективында грипп менән ауырыусылар булһа, табип тәҡдиме буйынса вирусҡа ҡаршы һәм иммунитетты күтәрә торған препараттар эсә башлағыҙ.
Грипп менән ауырып киткән осраҡта кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сирҙе үҙ белдегең менән дауаларға ярамай, мотлаҡ табипҡа барып уның ҡушҡандарын ҡәтғи үтәү мөһим.