Нимә ул диспансерлаштырыу һәм уның маҡсаты ниндәй? Район гәзите биттәрендә ошо һәм башҡа һорауҙарға Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы Л. М. ЖУКОВСКАЯ яуап бирә.
- Иң элек, шуны билдәләп үтке килә, диспансерлаштырыу – сирҙе иртә стадияһында асыҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексы ул. Тикшереү ике этапта алып барыла. Тәүҙә пациенттың хроник ауырыуҙары асыҡлана, насар ғәҙәттәр һәм хәүеф факторҙарын (тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу, психотроп һәм наркотик матдәләр ҡабул итеү) асыҡлау маҡсатында анкета һорауҙарына яуап биреү үткәрелә. Бынан тыш, күҙ баҫымын (60 йәштән һуң), артериаль баҫым, кешенең буйы, ауырлығы, бил үлсәме үлсәнә, шулай уҡ туҡланыу характеры, физик әүҙемлек баһалана. Кәүҙәнең ауырлыҡ индексы, дөйөм холестерин һәм ҡандағы глюкоза кимәле билдәләнә. 36 йәштән алып ир-егеттәргә һәм 45 йәштән ҡатын-ҡыҙҙарға электрокардиография үткәрелә.
39 йәштән алып 48 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарға – өс йылға бер тапҡыр, 50 йәштән 69 йәшкә тиклем – ике йылға бер тапҡыр маммография үтеү зарур, 30 йәштән алып 60 йәшкә тиклем аналыҡ муйынтығы мазогын цитологик тикшереү билдәләнә. 51 йәштән 72 йәшкә тиклем ике йылға бер тапҡыр тиҙәктә ҡан булыу-булмауы тикшерелә. 45 йәштә һәм 51 йәштә ирҙәр ҡанында ПСА (простатик үҙенсәлекле антиген) билдәләнә. Мотлаҡ рәүештә флюорография үтергә кәрәк.
Диспансерлаштырыуҙың икенсе этабы өҫтәмә тикшереү алымдары ярҙамында кешенең һаулыҡ торошон асыҡлау өсөн кәрәк, ул махсус белгестәр консультацияһын үҙ эсенә ала һәм терапевт ҡарауы менән тамамлана. Баш мейеһе ҡан әйләнешененең киҫкен боҙолоуына шик тыуғанда пациентты табип-невролог тикшерә. Киҫкенләшеү хәүефенең өс факторы булғанда 45 йәштән алып ирҙәргә һәм 54 йәштән ҡатын-ҡыҙҙарға брахиоцефаль артерияларҙы дуплекс сканирлаштырыу үткәрелә. Шулай уҡ кәрәк булһа тикшереү һөҙөмтәләре буйынса пациент урологка, колопроктологҡа, акушер-гинекологҡа, оториноларингологҡа һәм офтальмологҡа артабан тикшереүгә ебәрелә.
- Быйыл ғинуар айынан башлап диспансерлаштырыу үтеү өсөн хеҙмәткәрҙәргә түләүле ял көнө биреү тураһындағы хеҙмәт ҡануниәтенең яңы нормалары ғәмәлгә инде. Уларға эш урынын (вазифаны) һәм уртаса хеҙмәт хаҡын һаҡлап, өс йылға бер тапҡыр бер көнгә эштән китеү хоҡуғы бирелә. Пенсия алды йәшендәгеләр (хаҡлы ялға тиклем биш йыл дауамында) йылына бер тапҡыр ике көнгә эш урынан һорап китеү хоҡуғына эйә. Ҡартлыҡ буйынса пенсия алыусылар йәки эшләгән йылдар (выслуга) өсөн пенсия алыусы хеҙмәткәрҙәр ҙә ошо уҡ өҫтөнлөктән файҙалана ала.
- Иң элек, үҙеңдең участка табибына йәки медицина профилактикаһы бүлексәһенә (поликлиника, 3-сө ҡат, 75-се бүлмә). Үҙең менән мотлаҡ паспорт һәм медицина полисы алып килеү зарур. Өс йылға бер тапҡыр үткәрелгән диспансерлаштырыуҙар араһында һәр йыл профиликтика тикшереүе үтергә мөмкин. Уны үтеү программаһы ябайыраҡ һәм ул бер этапта уҙғарыла. Әммә һөҙөмтәләр буйынса бөтә кәрәкле саралар ҙа күреләсәк.
Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Иртә стадияла асыҡланғанған ауырыуҙарҙы дауалап була. Бер ниндәй сәбәпһеҙ ҙә һаулыҡты тикшереп торорға кәрәк. Тап шундай медицина тикшереүҙәре булғанда ауырыуҙы иҫкәртеүҙә уңышҡа өлгәшергә мөмкин.
Быйыл 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылғы граждандар диспансерлаштырыу үтәсәк.