Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
28 Ғинуар 2019, 13:31

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Раевка үҙәк район дауаханаһының хирургиябүлегендә һәр палата эргәһендәге стенала табличкалар эленеп тора,

, уларҙа бүлмәләрҙе ремонтлауҙа ярҙам күрһәткән меценаттарҙың исем-шәрифтәре яҙылған.
Күптән түгел тантаналы рәүештә тағы ла бер шундай палата асылды, уны ремонтлауға “Триумф” кафеһы һәм “Триумф-Тур” туристар агентлығы хужаһы Т. Н. Гридина 250 мең һум аҡса күсергән.
Татьяна Николаевна- районда киң билдәле эшҡыуарҙарҙың береһе. Күптәр уны әүҙем тормош позицияһына эйә шәхес булараҡ яҡшы белә. Ул ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, хәйриә эштәре менән шөғөлләнә.
- Был палатала миңә операциянан һуң ятырға тура килде. Шарттарҙың бик үк яҡшы булмауын күреп, мөмкинлек сығыу менән палатаға ремонт яһаясаҡмын, тип үҙемә һүҙ бирҙем, - ти Татьяна Николаевна.
Үҙ һүҙендә тора ул. Бер айға яҡын ремонт эштәре үткәргәндән һуң, палата күҙгә күренеп күркәмләнә. Стеналар буялған, ишек алмаштырылған, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Палатала санузел, хатта ҡойоноу бүлмәһе бар. Шулай уҡ махсус карауаттар һәм тумбочкалр һатып алынған.
- Пациенттарға бында уңайлы булыр һәм уларға тиҙерәк һауығып сығырға ярҙам итер, тип ышанам, - тине палатаны асыу тантанаһында Т. Н. Гридина.
Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы Н. С. Зыязетдинов дауахана коллективы һәм ауырыуҙар исеменән уға рәхмәт белдерҙе.
Хәҙер хирургия бүлегендәге бөтә палаталар ҙа ремонтланған, көндөҙгө стационар палатаһын ғына тәртипкә килтерергә кәрәк. Теләге булған һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай бит.
Баш табип Н. С. Зиязетдинов ҙур ярҙам күрһәткән өсөн Т. Н. Гридинаға рәхмәт белдерҙе.
Автор фотоһы.
Читайте нас: