Табип-анестезиолог-реаниматолог Алиса Кәримованың Раевка үҙәк район дауаханаһына эшкә килеүенә лә етенсе йыл киткән. Өлкән синыфтарҙа уҡығанда уҡ ул ниндәй һөнәр һайлаясағын яҡшы белгән. Тырыш ҡыҙ, 4-се мәктәпте отличиеға тамамлағандан һуң, документтарын Башҡортостан дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына тапшыра. Уҡып бөткәс, БДМУ кафедраһы базаһы - балалар республика дауаханаһының яңы тыуған сабыйҙар өсөн реанимация бүлегендә интернатура үтә.
“Земство табибы” программаһы тураһында ишеткәс, унда ҡатнашырға ҡарар итә һәм бер ниндәй икеләнеүһеҙ Раевканы һайлай.
- Мин ошонда тыуғанмын, ата-әсәйем дә бында йәшәй, шуға күрә фатир мәсьәләһе булманы, - ти Алиса Хәлит ҡыҙы. – Табип һөнәрен һайлауҙа атайым менән әсәйемдең дә өлөшө бар. Улар миңә ҡыҙымды тәрбиәләргә лә ярҙам итә. Сөнки сменалап эшләргә тура килә бит. Коллегаларым да яҡшы мөнәсәбәттә булды. Тәүге мәлдәрҙә улар миңә һәр яҡлап ярҙам итте. Йәш белгестәргә ярҙам ысынлап та, бик кәрәк!
Эшем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуға ҡарамаҫтан, һөнәрем бик оҡшай. Минең менән бергә хеҙмәт һалған коллегам-реаниматолог, программа срогы тамамланғас, күптән түгел эштән китте. Әлегә был урын буш. Табип-анестезиолог-реаниматологтар дауаханаға бик кәрәк. Ҡайһы ваҡыт тәүлектәр буйына дауахананан китмәйбеҙ, алмаш булмағас, бик күп эшләргә тура килә. Тотороҡло график булһа, һәйбәтерәк булыр ине, яҡындарымды йышыраҡ күрер инем.
“Земство табибы” программаһын төрлөсө баһаларға мөмкин. Әммә бер нәмә көн кеүек асыҡ: ул ҡағыҙҙа ғына матур күренә, ә тормошта бөтөнләй икенсе күренеш. Белгестәр етешмәүе ныҡ һиҙелә, бөтә эш табиптар һәм Алиса Кәримова кеүек йәш белгестәр иңенә төшә.