Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Декабрь 2018, 13:42

Беҙгә табиптар килде

Иҫке Аҡҡолай ауылы халҡын Раевка үҙәк район дауаханаһы медицина белгестәренең күсмә бригадаһы ҡабул итте

Бөгөн республикабыҙҙа сәләмәтлек һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә. Шуныһы ҡыуаныслы, ауыл кешеләре медицина хеҙмәткәрҙәренә һорауҙар ғына түгел, сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен дә белдерә. Иҫке Аҡҡолайҙан беҙҙең даими авторыбыҙ, Казанка ауыл Советы депутаты Рәйсә Солтанова редакцияға ебәргән хатында бына нимәләр тип яҙған.

“Үҙәк район дауаханаһының ойоштороу методика бүлеге өлкән фельдшеры Зилә Ғиләжева етәкселегендә беҙҙең фельдшер-акушерлыҡ пунктына бер төркөм табиптар һәм шәфҡәт туташтары – участка терапевы Регина Ханнанова, УЗИ яһаусы табип Дамир Суфиянов, ЭКГ төшөрөүсе шәфҡәт туташы Зөмәрә Хәмзина, акушер Ризәлә Ғәрифуллина, фельдшер-лаборант Зөлфиә Сәйфетдинова һәм участка шәфҡәт туташы Гөлназ Әминева килде.

Ҡабул итеүгә алтмыштан ашыу кеше йыйылды. Бигерәк тә был оло йәштәгеләрҙе шатландырҙы, сөнки район үҙәгенә барыу өсөн, беренсенән, транспорт кәрәк һәм күптәргә поликлиниканың икенсе һәм өсөнсө ҡаттарына күтәрелеүе бик ауыр. Шуғалыр ҙа табипҡа күренергә теләүселәр араһында ветерандар һәм хатта 80-90 йәштән өлкәнерәктәр ҙә бар ине.

Табиптар беҙҙе иғтибар менән ҡараны, тыңланы, кәңәштәр бирҙе, дауаланыу саралары билдәләне. Ауыл халҡына бына ошондай күсмә медицина тикшереүе ойошторған өсөн бөтә аҡҡолайҙар исеменән Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы Н. С. Зыязетдиновҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бындай күсмә ҡабул итеүҙәр ауылдарҙа йышыраҡ үткәрелһә, бик һәйбәт булыр ине”, -тигән теләк менән тамамлай хатын Рәйсә Хәләф ҡыҙы.

Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Рәфилә Ғәйнелйәнова:

- Дауаханабыҙҙа пациенттарҙы күсмә ҡабул итеү яйға һалынған. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары район ауылдарына графикка ярашлы бара. Медицина хеҙмәткәрҙәренең мобиль бригадаһы урындарҙа ниндәй белгестәрҙең кәрәк булыуынан сығып ойошторола.


Читайте нас: