Әммә кешенең йәшен, үҙен тәрбиәләү кимәлен ҡулдарының торошона ҡарап та билдәләргә мөмкин, ти косметологтар, шуға күрә улар ҙа даими иғтибар талап итә.
Көҙгө һалҡындар башланыу менән ҡул тиреһе тиҙ ҡуҙғыусанға әйләнә, кибә, ярыла башлай. Бының сәбәптәрен ҡарап үтәйек.
1. Дымлылыҡтың кәмеүе. Тыштағы һыуыҡ ҡоро һауа һәм өйҙәге йылылыҡ арҡаһында тәндең дымлылығы кәмей. Быны булдырмау өсөн урамда һәр саҡ бирсәткә, бейәләй кейергә тырышығыҙ, өйҙә лә, эш урынында ла һауаны дымландырыу сараһын күрегеҙ (бөгөн магазиндарҙа һәр төрлө ҡорамалдар, аппараттар күп). Ҡул өсөн тәғәйен кремдар ҡулланығыҙ, ләкин уларҙы берүк тышҡа сығыр алдынан һөртмәгеҙ, был кире һөҙөмтә бирер.
2. Эҫе душ һәм ванна. Йылыныу маҡсатында эҫе һыу менән ҡойоноу, ваннала оҙаҡ ятыу тән тиреһенең торошона кире йоғонто яһай. Тыштан ни тиклем өшөп инһәгеҙ ҙә, эҫе душ йәки ванна ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Башҡа төрлө юлдар менән йылынып, йылымыс һыу менән йыуыныу күпкә яҡшыраҡ.
3. Организмға һыу етмәү. Ҡағиҙә булараҡ, кеше йәйге эҫе көндәрҙә сарсауын баҫыу маҡсатында һыуҙы күп ҡуллана, ә ҡышҡыһын һыуһау тойғоһо юғала. Һөҙөмтәлә организмға һыу етмәй башлай.
4. Ҡатлап-ҡатлап кейенеү. Һалҡын миҙгелгә аяҡ баҫыу менән йылыраҡ кейенеү сараһын күрәбеҙ. Кейем ни тиклем күберәк булһа, тән тиреһенә уның йоғонтоһо шул тиклем ҙурыраҡ. Йөн, полиэстер әйберҙәр менән артыҡ мауыҡмағыҙ, кизе-мамыҡ туҡымаға өҫтөнлөк бирегеҙ. Ул еңел дә, уңайлы ла, йылы ла.
Ҡоро тән тиреһе өсөн маскалар
Бер аш ҡалағы ҡаймаҡҡа ҡырғыстан үткәрелгән йәки иҙелгән ярты ҡыяр ҡушырға. Иҙмәне тирегә һылап, 20 минут тоторға.
Бер сәй ҡалағы зәйтүн майы, ярты сәй ҡалағы бал һәм бер йомортҡа һарыһын күбекләнгәнсе туғырға. Масканы биткә, ҡулға ярты сәғәткә һөртөргә.
Әсетке нигеҙендә эшләнгән маскалар ҙа тирене һәйбәт туҡландыра һәм дымландыра. Бер сәй ҡалағы яңы әсеткегә бер аш ҡалағы йылымыс һөт, аҙ ғына шәкәр ҡушып, 30 минутҡа ҡалдырып торорға. Ошо иҙмәне биткә, муйынға, ҡулға тигеҙ генә итеп һылап, ярты сәғәттән йылымыс һыу менән йыуырға.