Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Декабрь 2018, 12:12

Остеопороз

Остеопороз - һөйәк туҡымаһының структураһы боҙолоуы, минераль һәм органик нигеҙҙе тәшкил итеүсе матдәләрҙең һаны кәмеүе менән характерлана.

Бот һөйәге һыныуы – остеопороз сиренең айырыуса етди эҙемтәһе, ул дауаханаға ятып оҙайлы дауаланыуҙы һәм ҡиммәтле дауаланыу алымдарын ҡулланыуҙы талап итә. Йәш барған һайын ҡул-аяҡтарҙы һындырыу хәүефе арта, был оло йәштәгеләрҙең һөйәк туҡымаһы ныҡлығы кәмеү менән генә түгел, йыш йығылыуҙар менән дә бәйле.

Остеопорозға, ҡағиҙә булараҡ, туҡланыу үҙенсәлектәре, ҡайһы бер гормондарҙың, атап әйткәндә, эстрогендарҙың әүҙемлеге һәм фосфор-кальций алмашыныуы боҙолоуы килтерә. Сирҙе дарыуҙарһыҙ һәм дарыуҙар менән дауалайҙар.

Һөйәк туҡымаһының минераль тығыҙлығын һаҡлау өсөн аҙыҡ рационында кальций иондары һәм Д витамины етерлек булырға тейеш. Кальцийҙың төп сығанағы булып һөт продукттары иҫәпләнә. Аҙыҡта кальций етешмәгән осраҡта кальций препараттары билдәләү зарур. Һөттә, йомортҡа һарыһында, диңгеҙ балығында Д витамины бар, ул шулай уҡ күпселек поливитамин препараттары составына ла ингән.

Остеопорозды иҫкәртеү өсөн мускул көсөнөң һәм һөйәк туҡымаһының минераль тығыҙлығы артыуына булышлыҡ иткән атлау, йүгереү, бейеү, теннис кеүек физик күнекмәләр менән даими шөғөлләнергә кәрәк. Бынан тыш, тәмәке тартыуҙы ташлау ҙа ыңғай йоғонто яһай.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа остеопороз сәбәпле аяҡ-ҡул һыныуҙарҙы иҫкәртеүҙә эстрогендар һәм прогестиндар файҙаланылған гормональ терапия айырыуса һөҙөмтәле дауаланыу сараларының береһе булып тора. Әммә бындай препараттарҙы оҙаҡ ваҡыт ҡулланыуҙың көтөлмәгән эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шунлыҡтан бындай дауаланыуҙы аяҡ-ҡул һыныу хәүефе айырыуса юғары булған пациенттарға ғына тәҡдим итергә мөмкин.

Остеопорозды дауалауға оҙаҡ ваҡыт талап ителә, йыш ҡына бындай терапия саралары ғүмер буйы үткәрелә. Һөйәк туҡымаһының минераль тығыҙлығын яңынан билдәләү дауаланыуҙың һөҙөмтәле булыу-булмауына контроллек итеү мөмкинлеге бирә.

И. ХИСМӘТУЛЛИН,

Раевка үҙәк район дауаханаһының хирург-травматологы.

Читайте нас: