Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Ноябрь 2018, 15:33

Диспансерлаштырыу үтеү мотлаҡ

Районда ун айҙа халыҡтың 87,7 проценты диспансерлаштырыу үтте.

Рәсәйҙәргә бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһы буйынса төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм асыҡлау буйынса саралар, шул иҫәптән диспансерлаштырыу ҙа ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1919, 1922, 1925, 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1994, 1997 йылда тыуғандар диспансерлаштырыу үтә. Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә, онкоголик ауырыуҙарҙы иртә диагностикалау маҡсатында 1945, 1947, 1951, 1953, 1957, 1959, 1963, 1965, 1969 йылғылар махсус анализ бирә ала. 1948, 1950, 1954, 1956, 1960, 1962, 1966, 1968 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға маммография үтергә мөмкин.

Районда ун айҙа халыҡтың 87,7 проценты диспансерлаштырыу үтте. Тикшеренеүҙәр барышында 805 ауырыу тәүге тапҡыр асыҡланған. Элеккесә ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары өҫтөнлөк итә (29 процент),бәүел-енес (18 процент), эндокрин системаһы ауырыуҙары 12 процент тәшкил итә. Туберкулездың - ике осрағы, онкология – өс, шәкәр диабетының туғыҙ осрағы теркәлгән. 618 кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе асыҡланған. Әгәр улар ғәҙәти йәшәү рәүешен үҙгәртмәһә, алдағы ун йылда инфаркт йәки инсульт кисереүҙәре мөмкин.

Диспансерлаштырыу үткән һәр икенсе кешелә - артыҡ ауырлыҡ һәм һимереү, һәр өсөнсөлә – юғары ҡан баҫымы асыҡланған, һәр туғыҙынсы кешегә физик әүҙемлек етмәй. Быларҙың бөтәһе лә инфекция булмаған хроник ауырыуҙарға килтереүе мөмкин.

Өҫтәмә тикшеренеүҙәр һәм диагнозды асыҡлау өсөн 2257 әлшәйле диспансерлаштырыуҙың икенсе этабына ебәрелде.

Әгәр һеҙ һаман диспансерлаштырыу үтмәһәгеҙ, тиҙ арала медицина профилактикалауы бүлегенә (үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының 3-сө ҡаты) мөрәжәғәт итегеҙ, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ страховка медицина полисын алып килергә онотмағыҙ.

Л. ЖУКОВСКАЯ,

Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикалауы бүлеге табип-методисы.

Читайте нас: