Был хәлдән ҡотолоуҙың бер юлы – тән һәм йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаған йәшелсә-емеш менән туҡланыу. Уларҙың күбеһе сирҙәрҙе иҫкәртеп кенә ҡалмай, дауалай ҙа.
Мәҫәлән, банан. Был туҡлыҡлы емештең 75 процентын һыу, ҡалған өлөшөн аҡһым, май, калий, углеводтар тәшкил итә. Банан – күп ауырыуҙан дауа. Ул айырыуса тән температураһы күтәрелгәндә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда ярҙам итә. Шулай уҡ ҡан баҫымын яйға һалыу, аллергиянан арыныу өсөн ҡулланыла. Бананда В6 витамины күп.
Көҙҙөң “ауы”на эләкмәҫкә финик та ярҙам итә. Билдәле булыуынса, уның яртыһын глюкоза тәшкил итә. Был емеш аҡһымға, А, В1, В2 витаминдарына бай, мейе эшмәкәрлеге өсөн айырыуса файҙалы. Финик иммунитетты, һөйәкте, тештәрҙе, күҙ мускулдарын нығыта, организмдың күҙәнәктәрен яңырта.
Йөҙөмдөң дә файҙаһы күп. Ул минераль матдәләргә бай. Дүрттән бер өлөшө глюкозанан торғанлыҡтан, ауыр физик һәм аҡыл көсөргәнеше кисергән кешеләр өсөн айырыуса файҙалы. Йөҙөмдә тимер күп. Медицина белгестәре билдәләүенсә, ул организмда яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Көҙ күптәр тиҙ арыуға зарланыусан. Бындай осраҡта инжирҙың файҙаһы ҙур, ти белгестәр. Ул физик һәм аҡыл эшенә күп көс һалған кешегә яңы ҡеүәт өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта мускулдарға, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай. Инжир минералдарға бай. Емеште даими ҡулланған кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына зарланмай икән.