Бөгөн һорауҙарға республиканың мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фондының Бәләбәй филиалы директоры В. В. ПИМЕНОВ яуап бирә.
- Йыл һайын граждандарға Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәттәре тарафынан раҫланған бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһында планлы күрһәтелгән медицина ярҙамын көтөү сроктары билдәләнгән. Поликлиникаларҙа, ашығыс хәлдәрҙән тыш, табип ҡабул итеүенә һәм диагностика һәм лаборатор тикшереүҙәр үткәреүгә сират буйынса инеү ҡаралған. Мәҫәлән, участка табип-терапевтарының, табип-педиатрҙарҙың ҡабул итеүен көтөү мөрәжәғәт иткәндән алып 24 сәғәттән дә артмаҫҡа тейеш. Ашығыс хәлдәрҙән тыш, махсус табип-белгестәрҙең ҡабул итеүен көтөү 10 эш көнөнән дә артмаҫҡа тейеш.
Планлы формала диагностика инструменталь (маммографияны, функциональ диагностиканы, ультратауыш тикшереүҙәрен дә индереп, рентгенографик) һәм лаборатор тикшереүҙәр – 10 көн, ә компьютер, магнит-резонанс томографияһы һәм ангиография табип билдәләгәндән һуң егерме эш көнө дауамында үткәрелергә тейеш. Ауырыуҙа яман шеш булыуға нигеҙле шикләнеү тыуғанда йәки шундай диагноз булғанда пациентты белгес-онкологтың планлы ҡабул итеүе, диагностик тикшеренеүҙәр ике аҙна дауамында үткәрелергә тейеш.
- Республикала берҙәм өлгөләге мотлаҡ медицина страховкалауы полистарын ете страховка медицина ойошмаһында алырға мөмкин. Үҙегеҙ һайлайһығыҙ, ләкин страховка медицина ойошмаһын йылына бер тапҡыр ғына алмаштырырға мөмкин һәм быны 1 ноябрҙән дә һуңламай эшләргә кәрәк. Йәшәү урыны, фамилия үҙгәргәндә генә уны йыш алмаштырырға мөмкин.
- Мотлаҡ медицина страховкалауы полисы илебеҙҙең бөтә територияһында ғәмәлдә. Медицина ярҙамы күрһәтеүҙән баш тартыу дөрөҫ түгел.
- Медицина күрһәткестәре буйынса табип билдәләгән тикшереүҙәрҙең теләһә ниндәй инструменталь алымдары һәм лаборатория анализдары бушлай һәм Бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһында ҡаралған сроктарҙа үткәрелергә тейеш. Һеҙгә яҙма рәүештә үҙегеҙҙең страховка медицина компанияһына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәм. Бөтә учреждениеларҙа страховка медицина ойошмаларының, Мотлаҡ медицина страховкалауының территориаль фонды һәм уның филиалдарының адрестары һәм телефондары күрһәтелгән белдереүҙәр эленгән. Пациенттар улар буйынса үҙ тәҡдимдәре, иҫкәрмәләре һәм ялыуҙары менән мөрәжәғәт итә ала. Йә булмаһа бушлай 8-800-775-5395 телефоны буйынса шылтыратығыҙ һәм үҙ проблемағыҙҙы аңлатығыҙ. Тик мотлаҡ рәүештә фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе һәм атайығыҙҙы исемен һәм үҙегеҙҙең телефон номерын әйтегеҙ. Мөрәжәғәт тикшереләсәк һәм һеҙгә шылтыратып яуап бирәсәктәр.
- Пластик карта формаһындағы мотлаҡ медицина страховкалауы полисы ла шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында ҡулланыла.
- Шифахана-курортта дауаланыу өсөн күрһәтмәләр булған осраҡта Һеҙҙе дауалаусы табип тейешле тикшереүҙәр үткәрергә һәм шифахана-курорт картаһын бушлай тултырырға тейеш. Ә инде һеҙ үҙ теләгегеҙ буйынса дауаланырға теләһәгеҙ, карта түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү тураһындағы килешеү буйынса тултырыла.
- Махсус белгес консультацияһы кәрәклеге тураһындағы мәсьәләне участка педиатры хәл итә, ул аныҡ медицина ойошмаһына аллергологка йүнәлтмә бирергә тейеш.
- Мотлаҡ медицина страховкалауы өлкәһендә Бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, республика граждандарына табип билдәләүе буйынса дауалау-диагностика саралары бушлай үткәрелә.
- Стационар шарттарҙа (көндөҙгә һәм тәүлек әйләнәһендәге) ауырыуҙар Айырыуса кәрәкле һәм мөһим дарыуҙарҙың террриториаль исемлегенә индерелгән препарттар менән тәьмин ителә. Исемлектә 650 препарат, ул йыл һайын яңыртыла. Былтыр уға 42 төрлө дарыу өҫтәлде.
- Эйе, бирелә. Шәхсән йәки вәкил аша үҙегеҙ һайлаған медицина ойошмаһы етәксеһе исеменә ғариза яҙығыҙ. Медицина ойошмаһы йән башына ҡарап принцибы буйынса финанслана. Ләкин исемлеккә ярашлы дарыуҙар менән тәьмин итеү, халыҡты амбулатор дауалағанда дарыу препарттары бюджет иҫәбенә табип рецебы буйынса бирелеү ауырыуҙың прописка урыны буйынса башҡарыла. Шулай итеп, әгәр һеҙ бушлай дарыу алыуға мохтаж булһағыҙ, теркәлгән урын буйынса поликлиникаға беркетелергә тейешһегеҙ.
- Хроник ауырыуҙары булған кешеләрҙе диспансерлаштырыу территориаль-участка принцибы буйынса ойошторола һәм 21 йәштән алып өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, фронтовиктарҙың тол ҡатындары диспансерлаштырыуҙы йыл һайын үтә.
Мотлаҡ медицина страховкалауы системаһында страховкаланғандар уларға күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре исемлеге һәм хеҙмәттәрҙең хаҡы менән республика Мотлаҡ медицина страховкалауы териториаль фонды сайтында “Шәхси кабинет” бүлегендә таныша ала. Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм идентификация порталы системаһында теркәлеү үтергә йәки паспорт менән үҙ страховка компанияһына мөрәжәғәт итеп, “Шәхси кабинет”ҡа инеү коды алырға кәрәк, ул – һәр кеше өсөн айырым.
Электрон адрес: [email protected]