Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Сентябрь 2018, 11:39

Һарыҡ тиреһе дауалай

Дауа – аяҡ аҫтында, тигән боронғолар.

Ысынлап та, элек халҡыбыҙ сир-сырхауға шифаны ашаған ризығы, шөғөлләнгән кәсебе, тәбиғәт биргән һанһыҙ ниғмәттәр аша тапҡан. Үкенескә ҡаршы, был дауалау алымдарының, им-том серҙәренең бихисабы онотолған, тиергә була, сөнки хәҙер беҙ саҡ ҡына сөскөрһәк тә, дарыу ҡаба һалабыҙ, ә дарыуҙың яртыһы – ағыу, тигәнде онотоп ебәрәбеҙ.


Борон-борондан малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халҡыбыҙ тап ошо тармаҡ менән бәйле бағым серҙәрен дә яҡшы белгән. Мәҫәлән, һарыҡтың итен дә, йөнөн дә, тиреһен дә, әләф-тәләф итмәй, файҙалы ҡулланғандар. Йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, тирмә ҡорғандар, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнә­һендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымға һарыҡ биргән. Тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар. Бөгөн бына ошо онотолоп барған дауалау алымдары тура­һында данлыҡлы Ғабдулла ишан­дың бүләсәре, билдәле Әнүәр мул­ланың ейәнсәре Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова һөйләй.

– Аяҡ-ҡулы, арҡа-биле һыҙлап, быуындарына һары һыу йыйылып ыҙалаған кешене тирегә төрөп дауалау өсөн һау-сәләмәт, бөтә ағзаһы теүәл, ҡарар күҙгә күркәм һарыҡ малы һайлана. Яңы һуйылған мал тиреһе йылы ғына килеш ауыртҡан ергә яҡшы итеп урап бәйләп ҡуйыла. Был эш тандыр ғына итеп яғылған мунсала башҡарыла. Тиренең йылыһы бөткәнсе, кеше тирләгәнсе тоторға кәрәк. Аҙаҡ өс көн самаһы ныҡ һаҡланыу, йылы кейенеп йөрөү шарт. Ҡулланылған тирене, Ер-Әсәгә рәхмәт әйтеп, ергә күмергә.

Һарыҡтың эс майы ла ныҡ файҙалы. Уны тимерәү, һыҙлауыҡ, сиҡан кеүек тире ауырыуҙарына, оҙаҡ бөтәшмәй ыҙалатҡан яраларға, табала ҡыҙҙырып, эҫе килеш һөрт­кәндәр. Фатима, Ғәйниямал өләсә­йемдәр мунсаға инер алдынан йәки йәйҙең эҫе көндәрендә, мейе кипмәһен тип, баш түбәһенә һарыҡтың эс майын йә һары май һылап, сәй ҡурғашы менән ҡаплап, яулыҡ ябынырҙар ине. “Мейе кипһә, нимә була, өләсәй?” – тип һораһаҡ, “Кешенең зиһене томалана, хәтере насарая”, – тип яуаплай торғайны­лар. Әлеге ваҡытта тап ана шундай сирлеләр – иҫен юғалтып, аҡылдан яҙып ауырыусылар күп. Бының сәбәбе мейе кибеүҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡта, сөнки күптәр эҫе ҡояш аҫтында ла яланбаш йөрөүҙе хуп күрә.

Һарыҡ малының тиреһен, майын ғына түгел, йөнөн дә дауалауҙа ҡуллана белгәндәр. Тубыҡтар һыҙлап ыҙалатһа, сайырлы йөн бәйләгәндәр. Ҡатыу менән йонсоған кешенең арҡаһына япҡандар. Һарыҡ йөнөнөң көнкүрештәге ҡулланы­лышы ла бик киң: баҡта юрған һыры­ғандар, баш ауыртҡанда мендәр эшләп яҫтанғандар. Әйткәндәй, баҡта, йәғни һарыҡ йөнөнән эшлән­гән юрған бик үҙенсәлекле – ҡыш­ҡыһын йылы, ә йәйгеһен тирләтмәй. Балаға уҙа алмаған ҡатындарҙы ке­йеҙгә төрөп, эсе урынына ултырһын өсөн тигеҙ ергә һалып тәгәрәткәндәр. Йөндән бәйләнгән ойоҡбаш, баҫыл­ған быйма ла йылы, уңайлы булыу менән рәттән дауалау көсөнә эйә. “Йөн нәски кейегеҙ, аяғығыҙ һыҙ­ламаҫ”, – ти торғайны гелән өлә­сәйем.

Бына шулай, халҡыбыҙ көнкүреш­тәге ябай ғына әйберҙәрҙең фай­ҙаһын да, шифаһын да күрә һәм ҡуллана белгән.