Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
29 Август 2018, 11:34

Һаулығың – үҙеңдән

Һауығыу һөҙөмтәһенең 80 проценты пациенттың үҙенән тора, ә 20-һе – табип намыҫында, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, күбебеҙ тормош ығы-зығыһына бирелеп, донъя артынан ҡыуып, һаулығына “бармаҡ аша” ҡарай, һуңғы сиккә еткәс кенә дауаханаға мөрәжәғәт итә.

Һауығыу һөҙөмтәһенең 80 проценты пациенттың үҙенән тора, ә 20-һе – табип намыҫында, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, күбебеҙ тормош ығы-зығыһына бирелеп, донъя артынан ҡыуып, һаулығына “бармаҡ аша” ҡарай, һуңғы сиккә еткәс кенә дауаханаға мөрәжәғәт итә.

Рәсәйҙә үлем осраҡтарының яртыһы тиерлек йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә бәйле. Күптәр бәләгә тарығанын аңламай ҙа ҡала. Ошо йәһәттән Учалы ҡала дауаханаһында 25 йылдан ашыу хеҙмәт иткән юғары категориялы кардиолог Динә Хәкимйәнованың мәғлүмәттәренә таянып, сирҙең билдәләре, уны иҫкәртеү саралары менән таныштырырға булдыҡ.


Инфаркт


Инфаркт кисерер алдынан күптәр һауа етмәгәнен, хәлһеҙлек тойоуын билдәләй. Был сир, ғәҙәттә, физик йә психик көсөргәнеш кисергәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул үҙен төнгө ял ваҡытында ла һиҙҙереүе ихтимал. Тәүге билдәһе – күкрәктәге тәрән ауыртыу. Ул арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа йәки һул ҡулға бирә. Стенокардиянан яфаланғандарҙың был хәлде сираттағы өйәнәк тип ҡабул итеүе ихтимал. Ләкин миокард инфаркты кисергәндәге ауыртыу ҡатыраҡ. Ул дарыу ҡабул иткәндән һуң да бөтмәй, ә бер аҙ баҫыла ғына төшә. Миокард инфаркты – йөрәк ишемияһы сиренең иң сетерекле нөктәһе. Ҡан менән тейешле кимәлдә тәьмин ителмәү һөҙөмтәһендә йөрәк мускулының күҙәнәктәре үлә. Был тотош организмға кире йоғонто яһай.


Хәүефте яҡынайтҡан сирҙәр


Ҡан тамырҙарының атеросклерозы йыш ҡына сирҙең башланғысы булып тора. Атеросклеротик төйөндәр ҡан тамырҙарын тарайта йәки боҙа. Был тромбтар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Атеросклероз 45-те үткән кешеләрҙә йышыраҡ осрай. Ирҙәр был ауырыуға ҡатындарға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк дусар була. Ә гүзәл затҡа сир менопауза ваҡытында йышыраҡ “һөжүм итә”. Артерия гипертонияһы менән йонсоғандар ҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына тиҙ бирешә. Ҡан баҫымы 140/90 күрһәткесенән артмаҫҡа һәм 110/70 сигенән түбән булмаҫҡа тейеш. Артерия гипертонияһының ҡурҡынысы – уның ҡан тамырҙары, бөйөр һәм йөрәк мускулының ҡаҡшауына килтереүендә. Шуға ла инфаркт, инсульт ауырыуҙарының күбеһенә тап гипертония сәбәп булып тора. Был сирҙе юҡҡа ғына “шым үлтереүсе” тип атамайҙар.


Тәүге ярҙам


Әгәр кеше ҡапыл күкрәк тапҡы­рында ауыртыу кисерә башлап, ул биш-ун минут эсендә бөтмәһә, арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа, һул ҡулға таралһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. Медицина булышлығы ни тиклем иртәрәк күрһәтелһә, организмға хәүеф шул тиклем аҙыраҡ. Телефондан тейешле һандарҙы йыйғас, ауырыуҙың башын ҡалҡытыбыраҡ һалырға, тынысландырырға тыры­шырға, саф һауа инһен өсөн тәҙрәләрҙе асырға, түш тирәһендәге төймәләрен сисергә кәрәк. Ярҙам көткән арала аспирин эсерергә, нитроглицеринды теле аҫтына ваҡлап һалырға кәңәш ителә.
Читайте нас: