Салауат һәм Күмертау ҡалаларны епискобы Николай дауахананың икенсе ҡатындағы хирургия бүлегендә урынлашҡан бүлмәне изгеләндереү йолаһын үтәп, үҙ фатихаһын бирҙе. Тантанала шулай уҡ Раевка ауылының Свято-Никольский ғибәҙәтханаһы руханийы, протоиерей Петр Форманюк, сиркәү хорында йырлаусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар ҡатнашты.
Йола тамамланғандан һуң епископ Николай йыйылыусыларҙы ошо мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһен ремонтлауҙа һәм йыһазландырыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, үҙәк район дауаханаһы баш табибы Н. С. Зыязетдиновты архиерей грамотаһы менән бүләкләне һәм сиркәүгә йөрөүселәр, дауахана хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. “Күңелдәребеҙҙе дауалаусы – Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылырға онотмағыҙ”, - тине епископ һәм барыһына ла һаулыҡ теләне.
Ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһендә дауаханалағы ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтеү өсөн доғалар уҡыласаҡ. Һәр кем унда килеп Хоҙайҙан үҙен изге эштәргә йүнәлтеүен һәм ауырыуҙарҙан сихәтләндереүен һорай аласаҡ.