Сир биҙгәк тотоу, интоксикация, өҫкө тын юлдары лайлалы шекәрәһенең һәм күҙ конъюнктиваһының ялҡынһыныуы, тәнгә аҡрынлап сыҡҡан сабыртма менән характерлана. Ул башта ҡолаҡ артына, танау биленә һәм биткә сыға. Ә унан инде тәүлек әйләнәһенә муйынға һәм күкрәккә тарала, артабанғы көндәрҙә кәүҙәне һәм аяҡ-ҡулдарҙы баҫа.
Сир өҙлөгөүҙәргә килтереүе менән хәүефле. Уның йыш ҡына үҙәк нервы системаһында ауыр эҙемтәләр булдырып пневмония һәм энцефалит кеүек ауырыуҙарҙың көсәйеүенә килтереүе ихтимал. Ҡыҙылса шулай уҡ күреү һәм ишетеү органдарына зыян килтереп, отит, ҡыҙылса крупы, стоматит, колит кеүек өҙлөгөүҙәргә, тән тиреһендә фурункулез рәүешендә эренле тимгелдәр барлыҡҡа килтереүе мөмкин.
Сабыртма сығыу кеүек тәүге билдәләр күренеү менән ашығыс рәүештә йортҡа табип саҡыртырға кәрәк.
Өҙлөгөүҙәргә һәм үлем осраҡтарына юл ҡуймау өсөн күп кенә илдәрҙә ҡыҙылсаға ҡаршы мотлаҡ профилактик прививкалар индерелде. Вакцинациянан һуң, хатта сирҙе йоҡторған осраҡтарҙа ла, ауырыу еңел формала үтә һәм өҙлөгөүҙәргә килтермәй.
Рәсәйҙә ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинация Профилактик прививкаларҙың милли календарына индерелгән һәм ул балаларға 6 йылға ревакцинация менән 12 айлыҡ булғас һәм бала мәктәптә уҡый башлар алдынан яһала. Элек прививка яһатмаған һәм был инфекция менән ауырымаған 55 йәшкә тиклемге өлкәндәргә кәмендә өс ай интервал менән ике тапҡыр прививка эшләргә кәрәк.
Сиргә ҡаршы вакцина ҡыҙылсаның хәлһеҙләнгән тере вирустары нигеҙендә эшләнә, шунлыҡтан прививкаға реакция бик һирәк була. Прививка яһалған кеше менән аралашыу тирә-яҡтағылар, шул иҫәптән балалар һәм йөклө ҡатындар өсөн хәүефле түгел.
Ҡыҙылсаға ҡаршы вакцинация территориаль поликлиникаларҙың бөтә прививка кабинеттарында бушлай яһала. Ҡыҙылса менән сирләгән кешеләрҙә был инфекцияға иммунитет уның бөтә ғүмере буйына һаҡлана. Ҡабаттан был йоғошло сир менән ауырыу осраҡтары булмай тиерлек.
Раевка үҙәк район дауаханаһы эпидемиологы.