Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Июнь 2018, 18:58

Яуап бер – тәмәке тартыуҙы ташларға

Ғәҙәттә һуңғы тәмәкене тартҡандан һуң тиерлек организм элекке хәленә ҡайта башлай.

Тәмәке тартҡан һәр кем сәләмәт йөрәк һәм туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтеүҙең бер-береһенән алыҫ төшөнсәләр икәнен аңларға тейеш. Оҙаҡ йәшәргә һәм һаулығын һаҡларға теләгән кешеләр уны ҡулына ла алмаһын ине. Кеше насар ғәҙәттәренән ни тиклем тиҙерәк арына, шул тиклем инфаркт һәм инсульт кеүек ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы түбәнәйә.

Актив һәм пассив тәмәке тартыу ҙа – атеросклероз барлыҡҡа килеүгә тура юл. Үҫмерлек осоронда тәмәке тарта башлағандарҙа йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуы барлыҡҡа килеү хәүефе айырыуса юғары. Төтөн йотоу ҡанда углекислый газды арттыра, был туҡымаларға кислород етмәүгә килтерә, уның кире йоғонтоһонан айырыуса йөрәк мускулдары зарарлана. Организмга углекислый газдан шулай уҡ туҡымаларҙа холестерин миҡдары күтәрелә, ул ҡан тамырҙары ҡатламында туплана. Нимә эшләргә һуң? Яуап бер – үҙеңдең һәм тирә-йүндәгеләрҙең ғүмерен ҡыҫҡартмау өсөн тәмәке тартыуҙы ташларға кәрәк.

Ғәҙәттә һуңғы тәмәкене тартҡандан һуң тиерлек организм элекке хәленә ҡайта башлай. Бер нисә сәғәт дауамында тартмай торһаң, зарарлы матдәләрҙең төп өлөшө үпкә туҡымалары һәм ҡан тамырҙарынан сығып өлгөрә. Яҡынса 12 сәғәттән һуң йүтәл үтә, тын алыу нормаға килә. Беренсе тәүлектә организм токсиндарҙан таҙарына.

Көйрәтеүҙе ташлаған кеше бер аҙна дауамында үҙенән насар еҫ килеүен һиҙә. Был организмдан зарарлы матдәләр сығыуҙан барлыҡҡа килә. Икенсе аҙнала тәм һәм еҫ һиҙеү рецепторҙары тулыһынса яңыра. Кеше йәнә ризыҡтан тәм таба башлай һәм төрлө хуш еҫтәрҙән ләззәтләнә ала. 21 көндән һуң организмда тупланған никотиндың яҡынса 99 проценты сыға. Кеше әкренләп тәмәке тартмауҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына, башҡа органдарҙың эшмәкәрлегенә, ашҡаҙанға нисек яҡшы йоғонто яһауын һиҙә башлай.

Алһыу ШИҺАПОВА,

Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-кардиологы.

Читайте нас: