Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Июнь 2018, 13:45

Бала саҡ хыялына тоғро ҡалған

- Бәләкәй саҡта мин күп ауырыным, шуға ла әсәйем менән үҙебеҙҙең Ыҫлаҡ дауаханаһында бик йыш була инек, - тип йылмайып иҫкә ала Ләйлә Иршат ҡыҙы.

Сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендә икенсе планда торған, әһәмиәтһеҙ ролдәр юҡ: кеше сәләмәтлеген, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәштә уңыш һәр белгескә бәйле. Бында шәфҡәт туташтары иңендә лә ҙур яуаплылыҡ ята, улар - табиптарҙың ышаныслы терәге һәм ярҙамсылары. Балалар поликлиникаһының өлкән шәфҡәт туташына ла эшендә бик күп ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә тура килә. Ул уколдар яһап, операцияларҙа ҡатнашмаһа ла, һәр кескәй пациент уның хәстәрлеге һәм иғтибары менән солғап алынған.

Байрам алдынан беҙ егерме алты йыллыҡ хеҙмәт юлының ун йылын Әлшәй районы балаларына медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ойоштороу эшенә арнаған Ләйлә Шәрәфетдинова менән һөнәренең үҙенсәлектәре, коллективта эшләй белеү оҫталығы һәм шәхси тормошо тураһында әңгәмәләштек.

Бала саҡтан ул табип түгел, тап шәфҡәт туташы булырға хыялланған.

- Бәләкәй саҡта мин күп ауырыным, шуға ла әсәйем менән үҙебеҙҙең Ыҫлаҡ дауаханаһында бик йыш була инек, - тип йылмайып иҫкә ала Ләйлә Иршат ҡыҙы. – Мин дауаханаға табиптар һәм шәфҡәт туташтары эргәһенә һис ҡурҡмай бара инем, улар миңә аҡ халат кейгән, изге күңелле, матур йөҙлө фәрештәләр кеүек тойола ине, үҫкәс мотлаҡ мин дә ауырыу балаларҙы дауалаясаҡмын, тип хыяллана торғайным.

Был хыялы ҡыҙҙы Өфө медицина колледжына алып килә. 1992 йылда уны тамамлап, ун туғыҙ йәшлек белгес тыуған районына ҡайта һәм Раевка үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Бала саҡтағы ҡурсаҡтары урынына уның инде ысын пациенттары барлыҡҡа килә.

Артабан ул ауырыуҙарҙы ҡабул итү бүлегендә, дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеү бүлмәһендә мөдир булып эшләй.

2008 йылда, юғары шәфҡәт туташы белеме алғандан һуң, Ләйлә Иршат ҡыҙы поликлиниканың педиатрия бүлеге өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын үтәй башлай.

- Ләйлә Иршат ҡыҙының ойоштороу мәсьәләләре даирәһе киң, бурыстары ла күп, - ти дауахананың педиатрия бүлеге мөдире Алһыу Зыязетдинова. – Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем атҡарып сыға. Үҙенә ҡарата талапсанлығы, яуаплылығы һәм һөнәри оҫталығы өсөн уны коллегалары хөрмәт итә.

- Эшемде бик яратам. Башҡа һөнәрҙә үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бында минең коллективым, дауахана, ундағы бөтә проблемалар һәм шатлыҡтар – минең тормошом ул, мин быны бер нәмәгә лә алмаштырмыйм, - ти Ләйлә Иршат ҡыҙы.

Оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп бергә эшләгән коллегалары, ғаиләһе, балалары һәм мауығыуҙары тураһында һөйләгәндә, был мөләйем ханымдың күҙҙәренән бәхет осҡондары һибелә. Тормош иптәше Ғалимдар менән егерме алты йыл бергә ғүмер кисерәләр, ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Динара – иҡтисадсы, күптән түгел генә Башҡортостан дәүләт университетын тамамлаған, улы Динар нефть университетында белем ала. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Шәрәфетдиновтар ҡыуаныслы мәшәҡәттәр менән мәшғүл – улар ҡыҙҙарының туйына әҙерләнә.

Һөнәренә һөйөүҙән тыш, Ләйлә Иршат ҡыҙының тағы ла бер мауығыуы бар – ул сәскәләр үҫтерергә ярата. Күҙ яуын алырлыҡ нәфис сәскәләр уны бөтә ерҙә – өйҙә, йорт алдында, эштә уратып алған.

- Улар минең кәйефемде күтәрә, илһамландыра, - тип йылмая, бала саҡ хыялына тоғро ҡалған Ләйлә Иршат ҡыҙы.

Ләйлә Шәрәфетдинова.
Читайте нас: