Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Июнь 2018, 18:20

Яратҡан һөнәр ҡанат ҡуя

Аҡ халатын кейеп алғас та, ул етдиләнеп китә. Иғтибарлы ҡараш, тауышында – талапсанлыҡ.

Һәр иртә алсаҡ йылмайып, ул поликлиникаға килә. Хеҙмәттәштәренең һәм пациенттарҙың сәләмдәренә яуап биргәндән һуң, икенсе ҡаттағы оториноларинголог бүлмәһендә тәүге ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлай. Аҡ халатын кейеп алғас та, ул етдиләнеп китә. Иғтибарлы ҡараш, тауышында – талапсанлыҡ. Тиҙҙән йүгереп тиерлек беренсе ҡатҡа төшә, ә унда табипты ата-әсәләре менән кескәй пациенттар көтә. Район дауаханаһының әйҙәүсе белгесе, балалар хирургы Гүзәл Рәжәпованың эш көнө шулай дауам итә.

Гүзәл Рим ҡыҙы бала сағынан табип булырға хыяллана. Ҡурсаҡтары менән генә дауахана уйыны уйнамай ул, барыһын да дауалай: аяғы йәрәхәтләнгән бесәйҙе, ҡолағы шешкән этте, өҫтәүенә ҡыҙыҡайҙы ҙур яралар ҙа ҡурҡытмай – һәр ваҡыт тәүге ярҙам күрһәтергә әҙер була. Тап шул ваҡыттарҙа Гүзәл табип булырға ҡарар иткәндер ҙә. Сөнки 4-се синыфта уҡытыусыһының кем булырға теләйһегеҙ тигән һорауына ул кешеләрҙе дауалайым, тип ныҡлы яуап бирә.

Ташлы ҡыҙы маҡсатына табан ышаныслы аҙымдар менән бара. Мәктәпте миҙалға тамамлай, Башҡортостан медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында хирургия белгеслеге буйынса интернатура үтә. 2004 йылда йәш табип Раевка үҙәк район дауаханаһында хирург булып эшләй башлай.

- Дауаханала ла уҡыуым тамамланманы әле, тәүҙә балалар хирургына, артабан оториноларингология буйынса интернатура үтергә тура килде. Әммә ошо һөнәрҙе һайлауыма бер ҡасан да үкенмәнем, сөнки яратҡан эш ялҡытмай, яңы үрҙәргә әйҙәп, ҡанат ҡуя, илһамландыра, - ти Гүзәл Рим ҡыҙы.

Бөгөн инде ул тәжрибәле табип. Әммә шул уҡ ваҡытта икеләнеүҙәр ҙә, ҡурҡыуҙар ҙа юҡ түгел. Диагнозды дөрөҫ ҡуйҙыммы, дауалау килешерме, йәшерен хәүеф юҡмы тигән мең төрлө һорау борсой уны. Уйланып, йоҡоһоҙ үткәргән төндәре лә бихисап. Ҡайһы саҡ ул пациенттарынан да нығыраҡ борсола. Әммә был көсөргәнешле эшләгәндән түгел, ә ҙур яуаплылыҡтан, сөнки уның ҡулында кеше сәләмәтлеге. Ләкин был тойғолар ете йоҙаҡҡа бикләнгән, уларҙы бер ваҡытта ла ауырыуҙар белергә тейеш түгел. Шуға ла ҡабул итеү ваҡытында барыһын да оноторға кәрәк. Ул һәм пациент ҡына бар. Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн инструменттар менән теүәл эшләү, анализдарҙы ентекле өйрәнеү мотлаҡ. Шәфҡәт туташы табип әйткәндәрҙе ашығып яҙып бара, докторҙың һүҙҙәре аңлайышлы, нигеҙле, сөнки ваҡыт ҡәҙерле, ишек артында башҡа ауырыуҙар үҙ сиратын көтә.

Яңы эш көнө, мәшәҡәттәр менән тулы йәнә бер көн.... Кабинет янында йәнә сират. Йәрәхәт алғандар, медицина комиссияһы үтеүселәр. Кескәй балаһы менән йәш әсә инә, артабан икенсеһе, өсөнсөһө. Кемдеңдер – аяғы, ҡулы һынған, кемдеңдер тәне бешкән. Табип сәғәт кеүек эшләй. Һәр пациентты иғтибар менән тыңлай, һораша, ҡайһы саҡта баланың илап ебәреүе һәм ҡурҡыуы ла эште ҡатмарландыра. Ә бына икенсе тапҡыр килгәндәр айырылып тора, улар үҙҙәрен күпкә тыныс тота. Һәм, ниһайәт, табиптың тылсымлы һүҙҙәре яңғырай: “Барыһы ла яҡшы, рәхәтләнеп йүгерә алаһығыҙ”.

Күптән түгел генә аяғы һынғанын да онотоп, малай бүлмәнән йүгереп сығып китә. Әсә кешенең йөҙөндә – шатлыҡ йәштәре. “Рәхмәт Һеҙгә...” Табип һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә баш ҡаға. Хис-тойғоларға ваҡыт юҡ, башҡа ауырыуҙар көтә.

Эйе, Гүзәл Рәжәпова кебек, ошо изге һөнәрҙе һайлағандарҙың көндәлек көсөргәнешле хеҙмәте үҙ-үҙеңде аямай эшләүҙе талап итә, ауырыуҙарҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡ улар өсөн.

Читайте нас: