“Педиатрҙар гәзит аша “Превенар” прививкаһы тураһында аңлатмаҫмы икән?” – тип шылтыратты беҙгә йәш әсә.
- Һуңғы йылдарҙа һирәк осраусы һәм хәүефле вирустар түгел, ә ғәҙәти пневмококктар балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Был бактериялар антибиотиктарҙың күбеһенә көслө иммунитет булдырҙы, - тип яуап бирә Раевка үҙәк район дауаханаһының участка педиатры Рәмзиә Исляева. – Улар дауалауға бирешмәй, тимәк, балалар һаулығы өсөн хәүефле була бара. Иң мөһиме – бала ни тиклем бәләкәй булһа, пневмококк уның өсөн айырыуса хәүефле һанала, сөнки сабыйҙа иммунитет әле булдырылмаған.
Нимә эшләргә? Яуап ябай – вакцина яһатырға. “Превенар” прививкаһы бөгөн пневмококка ҡаршы иң ышаныслы вакциналарҙың береһе булып иҫәпләнә. Уны 2 айлыҡтан алып 5 йәшкә тиклемге балаларға яһатырға кәрәк. Һорауҙарығыҙ булһа, участка педиатрҙарына мөрәжәғәт итегеҙ.