Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Март 2018, 14:21

Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ һәм тормошто яратығыҙ!

Һуңғы йылдарҙа донъяла рак менән ауырыусылар һаны артҡандан-арта. Йыл һайын 400-500 меңгә яҡын рәсәйле ошо ауырыуға дусар була.

Һуңғы йылдарҙа донъяла рак менән ауырыусылар һаны артҡандан-арта. Йыл һайын 400-500 меңгә яҡын рәсәйле ошо ауырыуға дусар була. Беҙҙең республикала ла рәсми теркәлгән ауырыуҙар һанының артыуы күҙәтелә. Раевка үҙәк район дауаханаһы онкологы С. М. Шиһапова менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

- Беҙҙең район республикала был мәкерле ауырыу менән сирләүселәр һаны буйынса тәүге ун район иҫәбенә инә. Бөгөн 852 кеше диспансер иҫәптә тора. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын 150-175 пациент уларҙың рәтен тулыландыра. Һуңғы йылдарҙа үлемгә килтереүсе сәбәптәр буйынса яман шеш тотороҡло рәүештә икенсе урында тора, был “рейтингта” ул ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан ғына ҡалыша. Тәүге тапҡыр инвалидлыҡ алыу сәбәптәренең береһе лә ошо ауырыу. Яман шеш тураһында, диагноз ҡуйыуҙа һәм дауалауҙа хәҙерге заман медицинаһы мөмкинлектәрен етерлек белмәү - ауырыуҙарҙың табипҡа һуңлап мөрәжәғәт итеүенең төп сәбәбе.

- Ауырыуҙар һанының артыуы нимәгә бәйле?

- Хәҙерге ваҡытта ябай һәм яман шештәрҙең ни сәбәпле барлыҡҡа килеүе тураһында бер генә фекер юҡ. Уларҙың барлыҡҡа килеүенә бер нисә факторҙың йоғонто яһауын ғына фаразларға мөмкин. Төп сәбәптәрҙең береһе – нәҫелдән килгән сир. Шулай уҡ бында стресҡа килтереүсе заманса йәшәү рәүешен, насар экологияны ла индерәләр. Быларҙың бөтәһе лә, һис шикһеҙ, ямаш шеш барлыҡҡа килеүг килтерә.

- Сирҙе дауалағанға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк, тиҙәр...

- Ысынлап та, был шулай. 1948 йылдан илебеҙҙә планлы дөйөм дәүләт сара – халыҡтың төрлө йәш төркөмдәрен профилактик тикшереү эшләп килә. Уның төп ысулы булып күкрәк ситлеге органдарын флюорографик тикшереү тора. Был алым, ауыртыу кеүек клиник күренештәр булмағанда, табиптарға үпкә рагын иртә стадияла асыҡларға ярҙам итә. Былтыр күкрәк ситлеге органдары флюорографияһын 24882 кеше үткән. Яман шеш ауырыуҙарының 28 осрағында 13-ө флюорография буйынса асыҡланды.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшереү өсөн махсус бүлмә эшләй. Уларҙан мотлаҡ рәүештә рак күҙәнәктәренә анализ алына. Аналыҡ муйынтығы рагы бик тиҙ үҫешә. Былтыр тикшеренеү кабинетында һөт биҙе рагының бер осрағы теркәлде. Бынан тыш, рак алды ауырыуҙарының 497 осрағы асыҡланды, ауырыуҙар ваҡытында дауаланды.

2014 йылдан өлкәндәргә диспансерлаштырыу үткәрелә, һөҙөмтәлә былтыр биш онкология осрағы асыҡланды. Шулай уҡ республикала “Онкоконтроль” программаһы эшләй. Табиптарға беренсе тапҡыр мөрәжәғәт иткәндә ауырыуға анкета тултырырға тәҡдим ителә. Бер генә һорауға булһа ла ыңғай яуап бирелһә, ауырыуҙарға ентекле тикшеренеү үткәрелә. Был программа буйынса уҙған йылда алты ауырыу осрағы теркәлде.

Башҡа тикшеренеүҙәр үткәндә 15 ауырыу осрағы асыҡланды. Рак ауырыуы табылған пациенттар диспансер иҫәбенә ҡуйылды һәм тейешле дауаланыу ала.

- Был мәкерле сирҙең билдәләрен нисек белергә?

- Теләһә ниндәй медицина тикшеренеүе үткәндә табипҡа һаулығың торошо тураһында дөрөҫөн әйтеү мөһим. Яман шеште асыҡлауы ауыр булғанда, рактың тәүге билдәләренә туҡталып үтке килә. Һәр кеше организмындағы үҙгәрештәрҙе тоя белергә тейеш.

Рактың тәүге билдәләренә түбәндәгеләр инә: яҡшы аппетит булып та ныҡ ябығыу; ялҡынһыныу билдәләре булмаһа ла, тән температураһы йыш күтәрелеүе; патологик бүлендектәр, ҡапшап ҡарағанда күп һанлы ауыртыуһыҙ лимфа төйөндәре; ҡан юғалтыу булмағанда ла гемоглобин кимәленең түбән төшөүе; тәндә элек булмаған төйөрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе; бер нимә менән дә аңлатылмаған хәлһеҙлек; ялҡынһыныу процесы булмаһа ла, йүтәлләү.

Яман шеш ауырыуҙарын дауалауҙың уңышы – шеш күҙәнәктә генә йәки метастазаларға китмәгән, иртә стадияла асыҡлау. Рак ауырыуын шартлы рәүештә янғын менән сағыштырырга мөмкин. Әгәр янғын көсәйгән икән, уны һүндереп булмай тиерлек. Яман шеш ауырыуы ла тап шулай. Ауырыу иртә стадияла асыҡланғанда, онкологтар органдарҙы һаҡлап ҡала торған операциялар яһарға өйрәнде, был осраҡта органдың зарарланған өлөшө генә алына. Ауырыуҙар ғәҙәти тормошҡа һәм эшкә еңелерәк ҡайта.

Ауырыуҙың беҙгә дүртенсе стадияла ғына килеп эләгеүе бик аяныс, был осраҡта медицина инде көсһөҙ. Хөрмәтле әлшәйҙәр, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, даими рәүештә профилактик тикшеренеүҙәр үтегеҙ, тормошто яратығыҙ!

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: