Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Февраль 2018, 12:32

Районда грипп менән сирләү осраҡтары теркәлмәне

“Бөгөн районда грипп менән ауырыусылар бармы, был йәһәттән беҙҙә хәлдәр нисек?” – тип һорай район үҙәгенән йәш ғаилә.

“Бөгөн районда грипп менән ауырыусылар бармы, был йәһәттән беҙҙә хәлдәр нисек?” – тип һорай район үҙәгенән йәш ғаилә.

- Йыл башынан киҫкен респираторлы инфекция менән ауырыуҙың 568 осрағы теркәлде, шуның 334-е – балалар. Ә былтыр ошо осорҙа был күрһәткес 1491 булһа, шуның 1066-һы балалар ине. Күреүебеҙсә, үткән йыл менән сағыштырғанда вируслы инфекция менән ауырыусыларҙың байтаҡҡа кәмеүе күҙәтелә, - ти Раевка үҙәк район дауаханаһының эпидемиолог ярҙамсыһы Светлана Вәлиәхмәтова. – Грипп йоҡтороусылар әлегә юҡ, был алдан прививка яһатыуҙың файҙаһы. Район халҡының 40 проценты вакцина яһатһа, грипп менән ауырыу кимәле лә өс тапҡырға тиерлек кәмей һәм эпидемия осоро ҡыҫҡара.

Киҙеү йоҡтороуҙың төп клиник билдәләре: сир киҫкен башлана, ҡапыл тән температураһы 38 градустан юғары күтәрелә, ҡалтырата, баш, мускулдар ауырта, йүтәлләтә, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Ауырыу еңел үтергә лә, әммә ҡайһы саҡта кешенең үлеменә килтергән ауыр формалары ла булыуы ихтимал.

Киҙеү йоҡторған осраҡта ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Грипп ваҡытында үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнергә ярамай.

Читайте нас: