Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Февраль 2018, 13:33

Һаҡ булығыҙ: СПИД-ты енси юл менән йоҡтороусылар арта

СПИДҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм уларҙы иҫкәртеүҙең республика үҙәге мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда быйылғы йылдың тәүге айында ВИЧ-инфекцияның 291 осрағы асыҡланды, ирҙәр – 172 (59,1 процент), ҡатын-ҡыҙҙар – 119 (40,8 процент) кеше. Бәхеткә күрә, районыбыҙҙа бер генә осраҡ та теркәлмәне.

Районда бөтәһе ВИЧ-инфекциялы 172 кеше йәшәй, шуларҙың 99-ы – ирҙәр. Былтыр 20 ауырыу – 11 ир һәм 9 ҡатын иҫәпкә ҡуйылды, уларҙың 16-ыһы – юғары хәүеф төркөмөнә ҡарай. Инфекция йөрөткәндәрҙең күбеһе, ә улар 60 процентҡа яҡын, 31 йәштән 40 йәшкә тиклемге кешеләр.

Һуңғы өс йылда инфекцияны енси юл менән йоҡтороуҙың артыуы күҙәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙар араһында үлем осраҡтары ла күп. Уларҙың 43 проценты антиретровирус терапияһы үтә.

Н. Ғ. АБДРАХМАНОВА,
Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-инфекционисы.
Читайте нас: