Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Февраль 2018, 02:00

Инсульт ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ирҙәрҙә йышыраҡ осрай

Инсульт хәүефен тыуҙырған факторҙарға юғары артериаль ҡан баҫымы, холестериндың юғары кимәлдә булыуы, диабет, һимереү һәм артыҡ ауырлыҡ, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары, тәмәке тартыу, наркотиктар, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу инә.

Инсульт хәүефен тыуҙырған факторҙарға юғары артериаль ҡан баҫымы, холестериндың юғары кимәлдә булыуы, диабет, һимереү һәм артыҡ ауырлыҡ, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары, тәмәке тартыу, наркотиктар, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу инә.
Был ауырыу һәр кемдә булырға мөмкин, әммә ул башлыса 55 йәштән өлкән һәм был сирҙе яҡын туғандары үткәргән кешеләрҙә күберәк осрай. Инсульт 45-55 йәшлек ир-егеттәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда ике тапҡырға йышыраҡ була.
Быйыл Раевка үҙәк район дауаханаһында 117 кешелә баш мейеһе ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы асыҡланды, үткән йылдың шул уҡ осоронда 99 кеше ине, 102 ауырыу Өфө ҡалаһының Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрелде. Бәхеткә күрә, үлем осраҡтарының ике тапҡырға кәмеүе күҙәтелә - әгәр 2016 йылда был сирҙән 49 кеше вафат булһа, быйыл иһә – 22 кеше.
Инсульт – ҡан тамырҙарының өҙөлөүе йәки тығылыуы сәбәпле баш мейеһендә ҡан әйләнешенең боҙолоуы. Кислород һәм глюкоза етешмәүе баш мейеһе күҙәнәктәренең үлеүенә һәм хәрәкәт функцияларының, һөйләшеүҙең йәки хәтерҙең насарайыуына килтерә.
Бөтә ауырыу осраҡтарының дүрттән өс өлөшөндә ишемия инсульты күҙәтелә, был осраҡта ҡан тамырҙарында тромб барлыҡҡа килә һәм ул ул баш мейеһенең айырым бер өлөшөнә ҡан килеү юлын яба. Ғәҙәттә тромб тәндең ҡайҙалыр периферик ҡан тамырҙарында барлыҡҡа килә һәм өҙөлөп, ҡан тамырҙары буйлап баш мейеһенә барып етә. Унда ул баш мейеһенең ваҡ ҡан тамырҙарына тығыла һәм ҡан йөрөшөн туҡтата. Инсульттың тағы ла бер төрө – геморрагик инсульт, ул һирәгерәк осрай. Бындай инсульт баш мейеһендә ҡан тамыры өҙөлөүе менән характерлана.
Инсульттың төп билдәләре – биттә, ҡулда йәки аяҡта, йыш осраҡта тәндең бер яғында ҡапыл хәлһеҙлек һиҙелә, аң томалана, һөйләшеү һәм күреүгә бәйле проблемалар барлыҡҡа килә, баш әйләнә, тән тигеҙләнеше йәки хәрәкәт итеү боҙола, бик ҡаты баш ауырта.
Мөмкин тиклем тиҙерәк ашығыс ярҙам бригадаһын саҡыртыу өсөн шунда уҡ сирҙең билдәләрен асыҡлау мөһим. Ишемия инсультынан һуң артерияларҙа ҡан йөрөшөн тергеҙеүгә һәм баш мейеһендәге күҙәнәктәрҙең үлеүен туҡтатыуға өлгөрөү өсөн алты сәғәт ваҡыт талап ителә. Медицина ярҙамы һорап ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәгеҙ, дауалауҙың һөҙөмтәһе лә шул тиклем яҡшыраҡ буласаҡ.
Инсульт булғанда баш мейеһенең ҙур булмаған участкаһы зарарлана һәм ул аяҡ-ҡулдарҙың хәлһеҙләнеүенә килтерә. Баш мейеһенең ҙур өлөшөндә ҡан әйләнешенең боҙолоуы параличҡа һәм хатта кешенең үлеменә килтерә. Инсульт үткәргән кешеләрҙең күбеһенең тәндәренең бер яғы өлөшләтә йәки тулыһынса паралич һуҡҡан килеш ҡала, телмәрҙәре насарая. Интеллектуаль һәләттәренә – хәтергә, танып белеү функцияларына ла зыян килә.
Инсультты иҫкәртеү сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу принциптарына нигеҙләнә.Үҙеңдең артериаль ҡан баҫымыңды белеү һәм уға контроллек итеү, тәмәке тартыуҙан баш тартыу, холестерин миҡдарын тикшереп тороу мөһим. Шулай уҡ иҫерткес эсемлектәр эсмәҫкә, йәшлсә-емеште күберәк ашарға, тоҙҙо аҙыраҡ ҡулланырға, шәкәрҙән, мал майҙарынан, консерваларҙан һәм ярым фабрикаттарҙан баш тартырға кәрәк. Сирҙе иҫкәртеү өсөн даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеү зарур. Хатта бер аҙ физик әүҙемлек - саф һауала йәки велосипедта йөрөү ҙә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шул иҫәптән инсульт булыу хәүефен кәметә.

Читайте нас: