Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
29 Ғинуар 2018, 19:11

Астманы контролдә тот!

Бронхиаль астма – аллергия тыуҙырған ауырыу, уның төп билдәһе булып быуылыу өйәнәктәре тора, был сир тын алыу юлы ҡыҫылыу, лайлалы тиресәнең шешенеүе һәм лайла күбәйеүе сәбәпле барлыҡҡа килә.

Бронхиаль астма – аллергия тыуҙырған ауырыу, уның төп билдәһе булып быуылыу өйәнәктәре тора, был сир тын алыу юлы ҡыҫылыу, лайлалы тиресәнең шешенеүе һәм лайла күбәйеүе сәбәпле барлыҡҡа килә.
Был ауырыу йөрәк сирҙәренән, инсультан, рактан һәм диабеттан һуң бишенсе урында тора. Ул – балалар араһында айырыуса киң таралған хроник ауырыуҙарҙың береһе.
Астманы дауалап булмай, ләкин заманса диагностика алымдары һәм дауалау һөҙөмтәһендә ауырыуҙы контролдә тоторға мөмкин. Бронхиаль астманы иҫкәртеү күп кенә саралар комплексын үҙ эсенә ала. Ул, иң элек, үҙенсәлекле ҡуҙғытҡыстарҙың насар йоғонтоһон бөтөрөү, бронх-үпкә системаһында инфекция-шешеү процесын ваҡытында һәм аныҡ терапия алымдары менән дауалау.
Шулай уҡ бронхиаль дренажды (ҡаҡырыҡ сығарыусы дарыуҙарҙы, муколитик һәм бронхолитик препараттарҙы ваҡытында ҡабул итеү, вибрацион массаж) һәм үпкә вентиляцияһын яҡшыртыу зарур. Глюкокортикостероид терапия үткәрергә, антигистамин, тынысландырыусы, артериаль баҫымды түбәнәйтеүсе, адренергик препараттарҙы рациональ ҡулланырға кәрәк.
Бронхиаль астманы иҫкәртеү һулыш алыу органдары ауырыуҙарын булдырмау мөһим, бының өсөн бала саҡтан организмды сыныҡтырыу һәм физкультура менән шөғөлләнеү, диатезды иртә сроктарҙа асыҡлау, рационға көслө аҙыҡ аллергендарын индермәү, профилактика прививкалары яһатҡанда ҡаршы күрһәтмәләрҙе тейешенсә күҙәтеү зарур.
Дөрөҫ дауалағанда астмаға контроллек итеүгә, уның билдәләрен бөтөрөүгә, махсус препаратттарға мохтажлыҡты байтаҡҡа кәметеүгә, быуылыу өйәнәктәрен һирәгәйтеүгә йәки уларҙы бөтөнләй булдырмауға, йәғни әүҙем тормошта йәшәүгә ирешергә мөмкин.
Анна ГРИГОРЬЕВА,
Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-терапевы.
Читайте нас: