“Ҡар көнө – 2018” Бөтә Рәсәй сараһы сиктәрендә районда мауыҡтырғыс ярыштар, уйындар, күңел асыуҙар һәм фестивалдәр уҙҙы. Мәғариф учреждениелары, ауыл биләмәләре һәм ойошмаларҙан 35 команда, йәғни 350 спортсы, саңғы ярыштарында ҡатнашты.
Уҙыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Төп белем биреү мәктәптәре араһында ниғмәтуллалар беренсе урын алды, мәндәндәр – икенсе, сурайҙар өсөнсө урынға сыҡты. Урта мәктәптәр араһында Аксен мәктәбе – беренсе, Ыҫлаҡ – икенсе, Торонтайыш мәктәбе өсөнсө урында. Шулай уҡ Аксен агросәнәғәт колледжы (I урын), “Раевсахар” йәмғиәте (II), гимназия (III) командалары призер булды.
Район хакимиәтенең спорт комитеты һәм урындағы ДОСААФ бүлексәһе тапшырған миҙалдар, грамоталар һәм кубоктарҙан тыш, еңеүсе спортсылар шәхси эшҡыуар Р. М. Зариповтан бүләктәр алды.