Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Декабрь 2017, 11:24

Райондың бөтә ауыл биләмәләрендә һырғалаҡтар асыла.

Тиҙҙән боҙ майҙансыҡтарында хоккей һөйөүселәр йыйыласаҡ. Бөгөн “Ыласын” спорт һарайында һәм Раевка ауылының 2-се мәктәбендә күнекмәләр башланды ла инде.

Тиҙҙән боҙ майҙансыҡтарында хоккей һөйөүселәр йыйыласаҡ. Бөгөн “Ыласын” спорт һарайында һәм Раевка ауылының 2-се мәктәбендә күнекмәләр башланды ла инде.
- Шайбалы хоккей буйынса беренсе матч Шафранда уҙасаҡ, 2-се мәктәп майҙансығында тәүге боҙ шоуы буласаҡ, - тип пландары менән уртаҡлашты райондың спорт комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов. – Ғөмүмән, ҡышҡы уйындар миҙгеле төрлө спорт сараларына бай. Ғинуарҙа беҙҙең районда “Алтын шайба” клубы йәш хоккейсыларының республика финал ярыштары уҙасаҡ.
Үткән йылдарҙағы кеүек үк, Пионерҙар йортонда ла боҙ майҙансығы буласаҡ, ул йома көндө эшләй башлаясаҡ. Прокатка тимераяҡтар, күңелле музыка, йылы сисенеү бүлмәһе, ҡайнар сәй һәм кофе – быларҙың бөтәһе лә ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн.
Читайте нас: