Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
13 Ғинуар 2021, 18:05

Хатта – рәхмәт һүҙҙәре

Яңы йыл кәйефе бүләк иткән өсөн рәхмәт!

Яңы йыл байрамына беҙ бергәләп әҙерләндек. Бинаның ал яғын, балалар баҡсаһы территорияһын матур итеп биҙәнек. Гирляндалар эленгән шыршылар, янып торған ағастар һәм боландар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, йыл символы - Үгеҙ һәм шаян Ҡар бабай байрам кәйефе тыуҙыра.

Ижади ҡараш һәм яңы идеяларҙы ауыл халҡы ғына түгел, иң яҡшы байрам декорына традицион смотр-конкурс жюриҙары ла баһаланы. “Мәғариф учреждениелары территорияларын һәм алғы яҡтарын иң яҡшы биҙәү” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең балалар баҡсаһы икенсе урынды алды.

Беҙ баҡсабыҙҙы биҙәүҙә ҡатнашҡан һәм ҡышҡы ҡоролмалар һәм үҙенсәлекле ҡар һындары яһарға ярҙам иткән бөтә ата-әсәләргә рәхмәт белдерәбеҙ.

Раевка 1-се балалар баҡсаһы коллективы.

Читайте нас: