- Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, автономлы янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар бюджет иҫәбенә йорттарға 2016 йылдан башлап ҡуйыла башланы. Иң тәүҙә улар менән социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр тәьмин ителде. Һуңынан был категорияға аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ҙә өҫтәлде. 2018 йылдан алып балалары тыуған һәр ғаиләгә был ҡоролма бирелергә тейеш. Ә бер йыл элек приборҙы бушлай алырға тейешле граждандарҙың яңы категорияһы билдәләнде. Улар – 55 йәшлек һәм унан өлкәнерәк яңғыҙ йәшәүсе кешеләр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары.
Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалды алыу өсөн үҙегеҙ йәшәгән ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, - тип яуап бирҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетының Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәге инспекторы Дилә ӘБЕЛХАНОВА. - Әгәр һеҙ был категорияларға инмәйһегеҙ икән, приборҙы үҙегеҙ һатып ала алаһығыҙ. Ул ҡиммәт түгел, яҡынса 300-350 һум тора.